ЙӘМҒИӘТ
30 Апреля , 15:36

Ярты миллиондан ашыу кеше «Дәүләт хеҙмәттәре Йорт» ҡушымтаһынан файҙалана

18 миллиондан ашыу Рәсәй халҡы, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһының 500 мең кешеһе Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләрен тиҙ һәм уңайлы хәл итергә мөмкинлек биргән «Дәүләт хеҙмәттәре Йорт» мобиль ҡушымтаһының өҫтөнлөктәренән файҙалана. Халыҡтың ихтыяждарын иҫәпкә алып эшләнгән сервис идара итеүсе компаниялар һәм хеҙмәт күрһәтеүселәр менән үҙ-ара эш итеүҙе мөмкин тиклем ябай һәм асыҡ итә.

Ҡушымтаның төп мөмкинлектәре:
  торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә комиссияһыҙ (СБП аша) түләү,
  иҫәп приборҙары күрһәтмәләрен тапшырыу,
  идарасы ойошмаға ғаризалар ебәреү,
  милекселәрҙең дөйөм йыйылыштарын онлайн үткәреү,
  авария хәлендә торба өҙөлгән йәки электр уты юғалған осраҡта, ҡушымта аша авария-диспетчер хеҙмәте менән оператив бәйләнешкә инергә мөмкин.

"Дәүләт хеҙмәттәре Йорт" күп фатирлы йорттарҙағы биналар хужалары, шул иҫәптән торлаҡ булмаған: келәттәр һәм машина-урындар, шулай уҡ шәхси торлаҡ йорттарҙа йәшәүселәр өсөн дә асыҡ.

Шулай уҡ унда "ҡунаҡ" булып инеү мөмкинлеге бар, унда милексе үҙенең күсемһеҙ милкенә ышаныс белдергән кешеләргә инеү мөмкинлеген бирә ала. Был өлкән быуын кешеләренә балаларынан иҫәп приборҙары күрһәтмәләрен тапшырыуҙа, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙә ярҙам итеүҙәрен, ә фатирҙы ҡуртымға алыусыларға коммуналь хеҙмәттәр өсөн үҙҙәре түләүен һәм күрһәтмәләрҙе тапшырыуын һорарға мөмкинлек бирә.

"Дәүләт хеҙмәттәре Йорт" ҡушымтаһын мобиль операцион системалар өсөн бөтә популяр ҡушымталар магазиндарынан йәки һылтанма буйынса күсереп алырға мөмкин: https://www.gosuslugi.ru/landing/mp_dom

Айырым теркәлеү талап ителмәй, ҡушымтала танылыу дәүләт хеҙмәттәре порталында раҫланған иҫәп яҙмаһы аша башҡарыла. Күсемһеҙ милек, иҫәп приборҙары һәм иҫәп-хисап тураһында мәғлүмәттәр автоматик рәүештә күсеп ултыра.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Автор:
Читайте нас