

Хәйбулла районы Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы араһында «Китапхана – милли мираҫты һаҡлаусы» имиджлы саралар конкурсы сиктәрендә Юлбарыҫ ауылы м китапханаһында «Татыу ғаилә – бәхетле ғаилә» тип аталған байрам үтте. Сара Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге һәм Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылдарына арналды.
Һәр ауыл үҙенең татыу, эшһөйәр, өлгөлө балалар тәрбиәләгән ғаиләләре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Юлбарыҫ ауылында ла шундай ғаиләләр күп. Ғаиләм, балаларым, туғандарым, ейән-ейәнсәрҙәрем тип өҙөлөп торған, дүрт балаға ғүмер бүләк иткән Бикбовтар ғаиләһе байрамдың төп биҙәге булып торҙолар.
Мәҡәләне тулыһынса “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитендә уҡығыҙ.