ЙӘМҒИӘТ
28 Апрель , 06:24

Ҡыҙлы йорт – нурлы йорт

Ҡыҙлы кеше – наҙлы кеше, ҡыҙлы әсә - бәхетле әсә, тиҙәр. Эйе, ни тиһәң дә был һүҙҙәрҙә оло мәғәнә ята. Сөнки ҡыҙҙар әсәйҙәренең ғүмер буйына оло таянысы, яҡын серҙәше һәм уң ҡулы булып тора. Бәләкәйҙән ҡыҙҙарында әсәлек хистәрен тәрбиәләп, сәскәләй ҡыҙҙар үҫтергән, уларҙы наҙлы ҡараштары менән иркәләгән ғаиләләр күп районыбыҙҙа.

Ҡыҙлы йорт – нурлы йортҠыҙлы йорт – нурлы йорт
Ҡыҙлы йорт – нурлы йорт

Аҡъяр ауылынан Тимур һәм Әлиә Муллабаевтарҙың өлгөлө ғаиләһендә лә наҙға күмелеп өс ҡыҙ тәрбиәләнә. «Тормош иптәшем һәм һылыу ҡыҙҙарым – ныҡлы таянысым, йәшәүемдең йәме һәм донъямдың биҙәге», - ти бәхетле әсә Әлиә Ринат ҡыҙы. Был ысынлап та шулай, уларҙың ҡотло донъяһынан  бәрәкәт һәм нур уйнап тора.

Ғаиләһен мөхәббәт йылыһы, бөтмәҫ хәстәрлеге, яғымлы ҡарашы менән сорнаған әсә - Әлиә Муллабаева Аҡъяр ауылында Ринат һәм Зәйтүнә Абушахминдарҙың ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә.  Һәр яҡтан әүҙем ҡыҙ 1-се Аҡъяр мәктәбендә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, мәктәптә һәм район кимәлендә үткәрелгән барлыҡ сараларҙың һәм конкурстарҙың уртаһында ҡайнай. 11-се класты тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына уҡырға керә. 2006 йылдың апрель айында диплом эшен яҡларға әҙерләнеп йөрөгән ҡыҙҙы үҙенең тыуған мәктәбенә ашығыс рәүештә химия фәненән уҡытыусы итеп эшкә ҡайтарып алалар.Ә ҡулына юғары уҡыу йорто дипломын алғандан һуң йәш белгес ошо уҡ мәктәпкә биология уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша. Әлиә Ринат ҡыҙы бына инде 20 йыл үҙ һөнәренә тоғро ҡалып, балаларға төплө белем бирә, шуның 16 йылын тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары булып эшләй.

Тормош иптәше Баймаҡ районы Урғаҙа ауылы егете Тимур Зөбәйер улы менән студент йылдарында танышып, осраша башлайҙар. Бер-береһен тәү күреүҙән ғашиҡ булған йәштәр 4-се курста өйләнешеп тә ҡуялар. Ғаилә башлығы Тимур Муллабаев 17 йылдан ашыу Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә баскетбол буйынса тренер-уҡытыусы булып эшләгән. Хәҙерге көндә ул Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында хеҙмәт итә.

Үрҙә телгә алып үтеүемсә Муллабаевтар ғаиләһе өс ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Өлкән ҡыҙҙары Камилла Ырымбур дәүләт медицина университетының 3-сө курсында уҡый. Уртансы ҡыҙҙары Зарина 1-се Аҡъяр мәктәбенең 7-се шайморатовсылар класында белем алһа, бәләкәстәре Вилена «Йәйғор» балалар баҡсаһында тәрбиәләнә. Муллабаевтар спорт һөйөүсе ғаилә, сәләмәт һәм әүҙем тормош алып баралар. Камилла бәләкәстән еңел атлетиканы һәм саңғыла йөрөүҙе үҙ иткән, Зарина шахмат менән шөғөлләнә, кескәй Вилена ла апайҙарынан күрмәксе етеҙ, шуҡ булып буй еткерә. Ғаилә башлығы балыҡсы булғанға күрә, был шөғөлдө аталарынан ҡыҙҙары ла яратып ҡабул иткәндәр, буш ваҡыттарында бергә балыҡ ҡармаҡларға йөрөйҙәр.

Тилбер ҡуллы Әлиә Ринат ҡыҙы һәр яҡлап та килгән  уңған хужабикә, аш-һыу оҫтаһы һәм шәп баҡсасы. Уның бешергән ризыҡтары телеңде йоторлоҡ, үҫтергән сәскәләре күҙҙе ҡамаштырырлыҡ. Бар күңел йылыһын һалып, ҡыҙҙары менән көндәлек табынды ла матур итеп биҙәп ҡуялар.

«Ҡыҙҙарымдың аҡыллы, егәрле һәм маҡсатлы булып үҫеүҙәрен теләйем. Бергәләп торт, төрлө тәм-томдар бешерергә, уларҙы зауыҡлы итеп биҙәргә яратабыҙ. Ит һәм балыҡ ризыҡтарын да төрлөләндереп бешерәбеҙ. Ғөмүмән, ҡыҙҙарымда гүзәл заттарға хас барлыҡ сифаттарҙы тәрбиәләргә тырышам. Атайҙарын да бик яраталар, уға ла һәр яҡлап ярҙам итергә атлығып торалар», - тип ҡыуанып һөйләй әсә. Уңған ғаиләнең бер-береһе менән кәңәшләшеп, бер һүҙле булып йәшәүҙәре әллә ҡайҙан күренеп тора, баҡсаларында төрлө сортлы йәшелсә, емеш-еләктәр үҫеүе лә быға асыҡ дәлил. Ғөмүмән әйткәндә башҡа әүҙем ғаиләләр кеүек үк, Муллабаевтар бик дәртле һәм алсаҡ булыуҙары менән күҙгә ташланып тора. Тыуған көндәр, башҡа төрлө байрамдарҙы ла ғаилә менән бергә үткәрергә, тәбиғәттә ял итергә, Башҡортостаныбыҙ буйлап сәйәхәт итергә ярата улар.

Әсәнән күргән – тун бескән, тигәндәй, эшлекле мөхиттә, мөхәббәттә һәм татыулыҡта тәрбиәләнгән ҡыҙҙар ғаилә ҡиммәттәрен, күңелдәренә изгелек, рухи төшөнсәләрҙе һеңдереп үҫһендәр, илебеҙҙең өлгөлө ғаиләләре булып ишәйһендәр.  Йорт усағын, ҡотон һаҡлаусы уңған, гүзәл ҡыҙҙар тап шундай ғаиләләрҙә тәрбиәләнергә тейештер ҙә. Киләсәктә Муллабаевтарға ҡыҙҙарының уңыштарына ҡыуанып, именлектә йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

Автор:Лира Такалова
Читайте нас