

Ғаилә ҡорған парҙарға ҡарап һәр саҡ шатланаһың. Сөнки ғаилә – ул йәмғиәтебеҙ сағылышы һәм илебеҙҙең киләсәге. ЗАГС бүлеге мөдире Ләйсән Вирясова менән ғаилә, ғаилә ҡороу тураһында әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.
—Ләйсән Радимир ҡыҙы, ЗАГС-ҡа ғариза биргәндә күп йәштәр “матур датаны” һайларға тырышалар. 7 һанлы йәки башҡа “бәхетле көндәр” ысынлап та никахҡа йоғонто яһаймы икән?
—Эйе, һуңғы йылдарҙа “матур датағы” тура килтереп, алдан ғариза яҙыусылар һаны бермә-бер артты. Парҙарҙың алдан маҡсат ҡуйып, етди ҡарап, уйлап эш итеүҙәре, әлбиттә, яҡшы күренеш. Әммә “матур дата” ғына татыу ғаилә ҡороуҙа, тормош көтөүҙә ярҙам итмәйәсәк. Ир менән ҡатын араһында иң мөһиме — бер-береңде хөрмәт итеп, бер-береңде аңлап, бөтә ҡаршылыҡтарҙа ла юғалып ҡалмайынса бергәләп хәл итә белеү. Мөхәббәт ошоларҙың нигеҙе булып тора. Һөйөү хисе булмаһа, хәләл ефетеңде аңлай алмаҫһың. Ә тормош иптәшеңдең бөтә ыңғай һәм кире яҡтарын күреп, бер килешеүгә килә алмаһағыҙ, әкренләп мөхәббәтегеҙ ҙә һүрелер. Ғаилә ҡороу ул бик ҙур аҙым.
—Заман технологиялары бергә атлаған йәштәр күп. Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ғариза биреүселәр бармы?
—Әлбиттә, ундайҙары ла бар. Әммә ЗАГС бинаһына килеп, бергәләп ғариза биреү күптәр өсөн тормошондағы тағы бер әһәмиәтле этап булып тора. Ғариза яҙған саҡта һорауҙарҙы уҡып, тулҡынланып, бергәләп яуап яҙалар — был уларҙы яҡынайтыуҙың тағы бер өлөшө. Никахты теркәгәндә ҡатын-ҡыҙҙар иренең фамилияһын алыуҙы дөрөҫ тип һанай. Шулай ҙа үҙ фамилияһын ҡалдырыуҙы хуп күреүселәр юҡ түгел. Һирәк кенә осраҡта ир кешенең ҡатынының фамилияһын алыу осраҡтары ла бар.
Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 14-се һанында уҡығыҙ.