ЙӘМҒИӘТ
28 Апрель , 11:36

Оло йөрәкле, изге күңелле ул

«Яҙмыш һынаны, тик һындыра алманы...» – ти 85 йәшен ҡаршылаған Ғәйшә Аҡҡужина

Оло йөрәкле, изге күңелле улОло йөрәкле, изге күңелле ул
Оло йөрәкле, изге күңелле ул

Һәр ауылда һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙың бар ауырлыҡтарын үҙ иңендә татып, намыҫлы хеҙмәт юлы үтеп, лайыҡлы тормош көткән кешеләр бар. Тап шундайҙарҙың береһе – Аҡъяр ауылынан Ғәйшә Аҡҡужина. Яҡындары,  күрше-күләндәре уны оло йөрәкле, изге күңелле, аҡыллы, сабыр булараҡ белә һәм хөрмәт итә.

Ул 1941 йылдың 1 майында Ҡараһыу ауылында Шәйхислам һәм Вәғиҙә Ҡәйеповтарҙың ишле ғаиләһендә донъяға ауаз һала. Атаһы Шәйхислам Ҡәйепов һабантуйҙарҙа алдынғылыҡты бирмәгән башҡорт тоҡомло сабыш аттары ҡараусыһы булған, бәлки тап шул саптарҙарҙың тоҡомдары бөгөн дә төрлө кимәлдәге ярыштарҙа еңеүҙәр яулайҙарҙыр?

Ҡатмарлы яҙмышлы мәҡәлә геройымдың бала һәм үҫмер сағы бөтә тиҫтерҙәренеке кеүек дәһшәтле дәүергә тура килә. Күңелендә ныҡ уйылып ҡалған ҡайһы бер хәтирәләре әле лә уны тетрәндерә. Уның бала сағын, йәшлеген, сәскәләй матур мәлен ҡәһәрле һуғыш урлаған. Атаһы яуҙан ҡайтҡас та ғаиләнең хәле яҡшырмай әле. Мәкерле дошманды ҡыйратһалар ҙа тормош тиҙ арала еңеләймәгән, илде күтәреү өсөн күп көс һалырға тура килгән. Ҡыш көнө бала табыу йортонда әсәһе ҡыҙ бала тыуҙырған. Ләкин бина йүнләп йылытылмағас, таңға ҡарай әсәһе лә, һеңлеһе лә туңып мәрхүм булғандар. Атаһы икенсегә ҡатын ала, әммә үгәй әсә бик уҫал, ҡаты күңелле кеше булып сыға. Кәмһетелеп, ҡыйырһытылып-туҡмалып үҫкән балалар нисек бәхетле булһын?!

–Бала саҡта: «Берәй ваҡыт туйғансы икмәк ашап булырмы икән? Был мөмкин түгелдер ул», – тип үҙ-ара һөйләшә инек.  Хәҙер бына ошо ризыҡ менән тулы мул өҫтәлгә ҡарайым да ошо бәхеттән илағы килә. Бөгөнгө заманда икмәкте ҡәҙерләмәйҙәүҙәре бик ҡыҙғаныс, хатта аяҡ аҫтына ташлайҙар, – ти әңгәмәсем.

Ҡыҙ бәләкәстән колхоз эшендә тир түгеп буй еткерә: икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙа бойҙай утау, иртәнән кискә тиклем бесән әҙерләү, һыйыр һауыу һәм башҡалар. Хатта бала сағында уҡ ҡамыр баҫып, икмәк тә бешерергә өйрәнә ул. Йәше еткәс тә мәктәпкә уҡырға бара алмай – сөнки кейергә өҫ кейеме, аяғына итеге булмай. Һуң булһа ла башланғыс мәктәпте бөтөп, 5-се класҡа Аҡъяр мәктәбенә уҡырға бара. Ләкин форсат теймәгәс, 7-се кластан һуң уҡыуын дауам итә алмай, өлкәндәр рәтендә колхоз эшенә башкөллө сума.

 

Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 15-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас