ЙӘМҒИӘТ
28 Апрель , 06:42

Әүҙемлеге менән өлгө

Аҡъяр ауылынан Сәбилә Баҡтыбаева 20 йылдан ашыу Аҡъяр ауыл биләмәһенең инвалидтар ойошмаһын етәкләй. Һәр ваҡыт хәрәкәттә булған, аҡыллы, егәрле ханым тормош иптәшенә һөйөклө ҡатын, балаларына ҡәҙерле әсәй, ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан өләсәй ул.

Әүҙемлеге менән өлгөӘүҙемлеге менән өлгө
Әүҙемлеге менән өлгө

Сәбилә Мөхәмәтйәр ҡыҙы 1951 йылда Йылайыр районының Яңы Казанка ауылында Билаловтар ғаиләһендә донъяға килгән. Бер ни тиклем ваҡыттан ғаилә Хәйбулла районының Аҡйегет ауылына килеп төпләнә. 1957 йылда әсәһе Вәлимә Алтын ҡыҙы игеҙәк бәпәйҙәрен тапҡандан һуң өҙлөгөп мәрхүм була. Атаһы Мөхәмәтйәр Сиражетдин улы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, легендар генерал-майор Таһир Күсимов командалығындағы 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы составында һуғыша.  Ғәрәсәтле һуғыш йылдарын намыҫ менән үткән яугир алған яраларынан мандый алмай биш балаһын зар илатып, 1965 йылда донъя ҡуя. Шулай итеп Сәбилә һеңлеһе Йәмилә менән 1966 йылда Аҡъяр ауылындағы етемдәр йортона эләгә.

Бер-береһенә терәк булған ҡыҙҙар, юғалып ҡалмайҙар, бик тырышып уҡыйҙар һәм үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтәләр. 1969 йылда 10-сы класты яҡшы билдәләргә тамамлаған Сәбилә Мөхәмәтйәр ҡыҙын һаҡлыҡ банкыһына бухгалтер итеп эшкә алалар. 1989 йылда бер ойошмала егерме йыл эшләгәне өсөн «Хеҙмәт ветераны» миҙалына лайыҡ була. 1992 йылда ситтән тороп Өфөләге финанс техникумын тамамлай. Эшен мөкиббән китеп яратҡан, һандар донъяһы менән оҫта идара иткән хеҙмәткәр утыҙ йылдан ашыу  кассир, оператор, бухгалтер булып намыҫлы хеҙмәт юлы үтә һәм бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары менән бүләкләнә.

«Яратып эшләһәң һандар донъяһы ялҡытҡыс түгел, ә киреһенсә, мауыҡтырғыс ул. Тәфсирләп һанау, сағыштырыу, ҡабат-ҡабат тикшереү — ҡәҙимге күренеш. Эштән һуң да ҡалып, өйгә лә алып ҡайтып эшләгән саҡтар күп булды. Татыу коллектив менән ең һыҙғанып эшләнек, районда үткәрелгән барлыҡ мәҙәни сараларҙа ҡатнаша торғайныҡ, концерт менән Өфөгә лә барып ҡайттыҡ», - тип хеҙмәт йылдары хаҡында һағынып һөйләй ул.

Сәбилә Мөхәмәтйәр ҡыҙы һаулығы ҡаҡшау сәбәпле 1999 йылда хаҡлы ялға сыға. Әүҙем, ихлас, һәр кем менән уртаҡ тел таба белгән, эшһөйәр ханымды Аҡъяр ауылы инвалидтар беренсел ойошмаһы етәксеһе итеп тәғәйенләйҙәр. Ауылдың мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрен өй беренсә йөрөп йыя, бергә туплай. Ҡыҫҡаһы, өйҙә генә ултырыуҙы үҙ итмәй, әүҙем тормош алып барырға тырышалар: матур саралар ойошторалар, спорт ярыштарында, төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнашалар, «Оҫта ҡулдар» клубы асып ебәрәләр. Махсус хәрби операция башланғас яу яланында йөрөгән яҡташ егеттәребеҙгә бейәләй, йөн ойоҡтар бәйләйҙәр,  шифалы үлән сәйҙәре әҙерләйҙәр. Үҙәк район китапханаһы ҡарамағында мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн ойошторолған «Сикһеҙ китапхана» клубы менән даими хеҙмәттәшлек итәләр. Яңы йыл, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамын, инвалидтар көнөн һәм башҡа сараларҙы бергәләп күңелле итеп үткәрәләр.

Тынғыһыҙ, көслө рухлы, тормошто яратҡан Сәбилә Мөхәмәтйәр ҡыҙының ҡыйынлыҡтарға бирешмәй, әүҙем тормош алып барыуына һоҡланмау мөмкин түгел. Уның егерме йылдан ашыу фиҙаҡәр хеҙмәте Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән. 2025 йылда Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһы ойошмаһының «Шәхси өлөшө өсөн» миҙалына лайыҡ булған.

Сәбилә Баҡтыбаева тормош иптәше Наил Ҡорбан улы менән илле йылдан ашыу бергә татыу ғүмер кисерәләр, бер ул һәм бер ҡыҙға ғүмер биргәндәр. Ҡыҙҙары Нәсимә тормош иптәше Алмаз Байегетов менән Гөлнәзирә, Айтуған һәм Алтынай исемле балалар тәрбиәләйҙәр. Баҡтыбаевтарҙың илһөйәр рухлы булып үҫкән улдары Радик 2024 йылдың мартында Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Ике йыл хәрби алыштарҙа ҡатнашҡандан һуң 2026 йылдың мартында Радик Наил улы батырҙарса һәләк була. Ҡаһарман яугирҙың Ралина, Руфина, Айгүзәл һәм Амелия исемле ҡыҙҙары ҡыйыу йөрәкле атайҙары менән ғорурланалар.

Әүҙемлеге менән өлгө булған яугир әсә Сәбилә Мөхәмәтйәр ҡыҙын ғүмер байрамы менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм күркәм сабырлыҡ теләйбеҙ. Яҡындарының ҡәҙер-хөрмәттендә, ғаилә именлегендә, матур ғүмер кисерергә яҙһын!

Автор:Лира Такалова
Читайте нас