ЙӘМҒИӘТ
28 Апрель , 11:28

Алтын туй – бәхетлеләр өлөшө

«Теләк булһа барыһына ла өлгәшергә була», – ти Ғилметдин һәм Мөслимә Бохарбаевтар

Алтын туй – бәхетлеләр өлөшөАлтын туй – бәхетлеләр өлөшө
Алтын туй – бәхетлеләр өлөшө

Үҙ көстәре менән донъя көтөп, лайыҡлы балалар үҫтергән һоҡланғыс парҙар, тырыш ғаиләләр һәр ауылда бихисап. Ярты быуат бергә татыу ғүмер иткән Аҡъяр ауылынан Ғилметдин һәм Мөслимә Бохарбаевтарҙың ғаилә тарихы күп кенә ауылдаштарына үрнәк булып тора.

Төҙөк ихаталарына инеү менән күҙҙең яуын алып торған сағыу төҫлө гөл-сәскәләр ҡаршы ала. Ә баҡсаларында гүйә әкиәттәге мөғжизәле ҡарурман кеүек үҫкән емеш ағастары әйтерһең дә үҙе бер сәхрә. Йәйге селләлә йорт тирәһендәге йәшеллек араһында булһаң үҙеңде шифахана паркында саф һауала ял иткәндәй тойорһоң. Бар тирә-йүндәге хозурлыҡ бында уңғандар йәшәүенә ишара. Бер нимә лә күктән төшмәй, тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр тиеп боронғолар юҡҡа әйтмәйҙәрҙер инде.

Эйе, кемдең генә ғүмер юлына күҙ һалма, һәр береһенең тормошонда әллә күпме томлы китап яҙырлыҡ шатлыҡлы ваҡиғалар, хәтирәләр, ауыр кисерештәр ҙә тупланған. Ғаилә башлығы Ғилметдин Хәйретдин улы 1953 йылда Аҡъяр ауылында ишле ғаиләлә донъяға килгән. 8-се класты бөткәндән һуң Юлдыбай ауылында тракторсылар курсында уҡып, тыуған ауылына колхозға эшкә ҡайта. Бер аҙ эшләгәндән һуң әрме сафына алына. Германияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Баймаҡ ҡалаһында һөнәрселек училищеһында водитель курстарын тамамлай. Шулай 1974 йылда ҡулына таныҡлыҡ алғандан алып ғүмерлеккә шофёр һөнәренә тоғро ҡалған ул. Ғилметдин Хәйретдин улы янғын һағы часында водитель булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Хәҙерге көндә лә ҡул ҡаушырып ултырмай улы Динисламға эшҡыуарлыҡ эшендә ярҙамлаша.

Мөслимә Ғатаулла ҡыҙы 1958 йылда  Юлбарыҫ ауылында ишле ғаиләлә донъяға ауаз һалған. Башланғыс кластарҙа тыуған ауылында белем алғандан һуң Сибай интернат-мәктәбендә өс йыл уҡып, һигеҙенсе класты Юлбарыҫ һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә тамамлай. Артабан Аҡъяр урта мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Һуңынан Новотроицк ҡалаһында училищела һатыусы һөнәрен үҙләштереп, шунда эшкә ҡала. Шул саҡта әрменән отпускаға ҡайтҡан йәш егет Ғилметдин һылыу ҡыҙ Мөслимәне осрата һәм йәштәр хат яҙышып аралаша башлайҙар. Бер-береһенә тәү күреүҙән ғашиҡ булған ике йәш йөрәк мөхәббәттәрен бер йыл һынағандан һуң ғаилә ҡороп ебәрә. 50 йыл элек гөрләтеп туй үткәргән пар бөгөн дә ана шул мөхәббәттәрен ғүмер буйы һаҡлап, бөгөн алтын туйҙарын билдәләйҙәр.

 

Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 17-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас