ЙӘМҒИӘТ
28 Апрель , 11:33

Һаҡмар буйҙары йәмләнде

Башҡортостан Республикаһы «Ирҙәр ҡоро» ойошмаһының Хәйбулла бүлексәһе башланғысы менән Йәнтеш ауылында күркәм сара уҙҙы. Атайҙар һәм уларҙың улдары экологик акция уҙғарыу урынына – Һаҡмар буйына йыйылып, йылға ярҙарын сүп-сарҙан таҙартты. Был урын күптән инде урындағы халыҡтың ғына түгел, күрше өлкәнән килгән ҡунаҡтарҙың да яратҡан ял итеү урыны булып тора. Атайҙарҙың улдары менән бергә тәбиғәт тураһында хәстәрлек күреү һәм киләсәк быуын алдында яуаплылыҡ өлгөһө күрһәтеүе ҡыуаныслы. Әһәмиәтле башланғысҡа Йәнтеш ауылы халҡы һәм ирекмән-экологтар ҡушылыуы ла акцияның уңышлы үтеүенә булышлыҡ итте.

Һаҡмар буйҙары йәмләндеҺаҡмар буйҙары йәмләнде
Һаҡмар буйҙары йәмләнде

«Башҡарған эшебеҙҙең асылын кешеләр аңлаһа ине. Бында йәшәүселәр ҙә, килгән ҡунаҡтар ҙа иҫ киткес хозур тәбиғәтебеҙ менән һоҡланһын, был биләмәләрҙе ҡыйламаһын ине», – тип өмәлә ҡатнашыусылар 4 саҡрымдан ашыу йылға буйын тәртипкә килтерҙе. Илленән ашыу тоҡтарға тултырылған сүп-сар Атингән ауыл биләмәһе хакимиәтенең тракторы менән сығарылды.

Йөкмәткеле һәм әһәмиәтле сара «Ҡурай» туристик базаһында бергәләп ҡарағай үҫентеләрен ултыртыу менән дауам итте. Ҡайһы бер атайҙар әйтеүенсә, улар улдары менән бергә тәүге тапҡыр ағас ултырталар.

Ивановка ауылы уҙамандары Ильяс Атанов һәм Иҡсан Илбәков теләгән һәр кемде арҡан ишеү сәнғәтенә — һәр ир-егет өсөн файҙалы кәсепкә өйрәтте. Әйтергә кәрәк, битараф булмаған райондаштар арҡандарҙы даими ишеп, алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға  оҙатып торалар. Башта шөрөп борғос ярҙамында яҡшы үрелеүенә ышаныр-ышанмаҫ торғандар, шпагат ептән биш минут эсендә биш метрлыҡ сифатлы арҡан хасил булғас, бындай ысулдың бик ҡулай булыуына инандылар. Хатта балалар ҙа үҙҙәре ишеп ҡарап, ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында нәҙек кенә ептән ҡалын арҡан килеп сығыуына ҡыуанды.

Аҡъяр ауылынан Ғирфан Мәмбәтов һәм уның улы Азамат уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарып, мәргәнлеккә ярыштар ойошторҙо. Был милли спорт төрө балалар менән бер рәттән өлкәндәрҙә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

Мәртәбәле осрашыу Йәнтеш ауылы уңғандары әҙерләгән мул һыйлы табын артында сәй эсеү менән менән тамамланды. Уның барышында сара һөҙөмтәләрен барланып, фекер алышыу булды һәм тыуған яҡты төҙөкләндереүгә, тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтелгән киләсәккә пландар билдәләнде. «Ирҙәр ҡоро»ноң Хәйбулла бүлексәһе рәйесе Риф Баймырҙин һәм уның урынбаҫары Фаил Бикбов киләсәктә был ойошманың ауыл биләмәләрендә урындағы бүлексәләрен булдырыу, ир-егеттәр хәрәкәтен үҫтереү, яңынан-яңы әһәмиәтле саралар уҙғарыу кәрәклеге тураһында һөйләне. Хәйбулла башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Илшат Игебаев үҙ сығышында атайҙарға милләтебеҙҙе ҡурсалап, киләсәк быуынға туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнарға саҡырҙы. Барыһы ла ҡәнәғәт ҡалып, ошондай акцияларҙың йышыраҡ уҙғарырға кәрәклеген билдәләп таралышты.

 

 

Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 16-сы һанында уҡығыҙ.

Саранан фотолар:https://vk.com/album450437627_309609462 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас