ЙӘМҒИӘТ
27 Апреля , 10:12

“Йәшел Башҡортостан” донъябыҙҙы матурайта

Республикабыҙҙа «Йәшел Башҡортостан» акцияһы дауам итә. Ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы йәшелләндереүгә йүнәлтелгән был акция    республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән йылына ике тапҡыр үткәрелә

“Йәшел Башҡортостан” донъябыҙҙы матурайта“Йәшел Башҡортостан” донъябыҙҙы матурайта
“Йәшел Башҡортостан” донъябыҙҙы матурайта

Республикабыҙҙа «Йәшел Башҡортостан» акцияһы дауам итә. Ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы йәшелләндереүгә йүнәлтелгән был акция    республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән йылына ике тапҡыр үткәрелә.

Акцияның төп бурысы – йәшеллектәр ултыртыу ғына түгел, ә тәү сиратта ҡала һәм ауылдарҙың заманса йөҙөн формалаштырыу. Ул саралар комплексын күҙ уңында тота, шул иҫәптән: эре ағастар ултыртыу, тротуарҙар түшәү, яҡтыртыу ҡоролмаларын һәм бәләкәй архитектура формаларын ҡуйыу. Аллеялар комплекслы төҙөкләндереү сиктәрендә ландшафт дизайны һәм йәшелләндереү буйынса белгестәр йәлеп итеп формалаштырыла.

Проектлауҙа территория үҙенсәлектәре, йәйәүлеләр трафигы, эстетика һәм планлаштырыу ҡарарҙарының уңайлылығы иҫәпкә алына. Үҫемлектәрҙең декоратив йәлеп итеүсәнлеген һәм яраҡлылығын иҫәпкә алып, ултыртыу материалын һайлап алыу алып барыла.

Быйыл республика ҡалаларына декоратив үҫентеләр һәм башлыса өс метрҙан ашыу бейеклектәге, йәғни эре ағастар ултыртырға тәҡдим ителде.  Ағастарҙың төп тоҡомдары – йүкә, миләш, ҡайын, зәңгәр шыршы; ҡыуаҡлыҡтар - сирень, туя, боярышник. Шул иҫәптән Өфө райондарында комплекслы төҙөкләндереү үткәреү, яңы аллеялар ултыртыу планлаштырыла. Калинин районында, мәҫәлән, «Алтын шайба» скверын булдырырға, Гвардия урамы буйлап 46 эре һәм 120 ҡыуаҡ ултыртырға, Киров районында Ветошников урамы буйлап аллея булдырырға, Ленин районында Йылғасылар аллеяһын булдырыу планлаштырыла.

 

Шамил ВӘЛИЕВ,

БР Етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Юлдаш телевидениеһында «Башҡортостан ауылдарын Һәм ҡалаларын үҙгәртеү» программаһын алып барыусы:

- «Йәшел Башҡортостан» акцияһы республикабыҙ өсөн ҙур   мәҙәни әһәмиәткә эйә. Йыл һайын ағастар ултыртыу йолаһы республикабыҙҙың мәҙәни кодының айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелде. Йәшелләндереү эше барыуы халҡыбыҙға бик оҡшай. Өфө халҡының, биләмәләрҙе төҙөкләндереү өсөн йәшеллектәрҙе һаҡлап ҡалырға тырышып, һәр ағас өсөн көрәшеүе быны асыҡ күрһәтә.  Был Өфөнөң йәшел ҡала һәм бөтә республиканың экологик яҡтан таҙа төбәк булараҡ абруйын нығытырға ынтылыуы хаҡында һөйләй. Халыҡта ултыртылған үҫемлектәрҙең сифатына һәм уларҙы ҡарауға талаптар ҙа арта. Ағасты ултыртыуҙан тыш, үҫентеләрҙе тейешле кимәлдә тәрбиәләү һәм юғары сифатлы үҫентеләрҙе файҙаланыу мөһим.

Автор фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Автор:
Читайте нас