

Яратҡан йырсыбыҙ Рөстәм Ғиззәтуллин атай булған. Уның ҡыҙы тыуған. Был турала ул үҙе социаль селтәрҙә хәбәр итте һәм ҡыҙыҡлы видеояҙма ҡуйҙы.
“Минең тормошомда барыһын да баштан-аяҡ түңкәргән хәл булды. Мин яратҡан ҡатын әсәй булды. Беҙҙең ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Беләм, кем өсөндөр был яңылыҡ көтөлмәгән, хатта шокка һала торған. Тормош һәр ваҡыт ғәҙәти сценарий буйынса ғына бармай. Әммә уның көсө тап ошонда – көтмәгәндә яңы мәғәнә биреү.
Иң мөһим һүҙҙәрҙе әйткем килә. Һөйгәнем, ҙур рәхмәт. Ҡыйыулығың, сабырлығың, миңә бүләк иткән бәләкәй ғүмер өсөн. Һин күп нәмә аша үттең – һәм мин быны теләһә ниндәй һүҙҙәргә ҡарағанда юғарыраҡ баһалайым. Бөгөн мин тағы атай булдым. Тағы ла көслөрәк, тәрәнерәк, яуаплыраҡмын. Тормош дауам итә. Һәм хәҙер ул ҡиммәтлерәк булды”, – тип яҙған ул.
Йәш атайҙы был матур ваҡиға менән ихлас ҡотлайбыҙ. Бәпескә һәм әсәһенә һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Фото: йырсының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.