ЙӘМҒИӘТ
27 Апреля , 04:26

Милли батырыбыҙға һәйкәл реставрациялана

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаевҡа һәйкәлде реставрациялау барышын ҡараны

Республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаевҡа һәйкәлде реставрациялау барышын ҡараны.

Әйткәндәй, алынған скульптура сәнәғәт зонаһындағы таҙа һәм яҡты ангарҙа. Рәсәйҙең Художество академияһы фондының реставрациялау төркөмө етәксеһе Андрей Кудрявцев белгестәрҙең һәйкәлде иҫке буяуынан таҙартыуы һәм иретеп йәбештереү урындарын эшкәртеүе тураһында һөйләне. Асыҡланған етешһеҙлектәр монументтың насар хәлдә икәнлеген күрһәткән.

- Скульптура суйындан ҡойолған, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡшы булмаған сифатлынан – күп кенә шлак бар. 1967 йылдан, һәйкәл ҡуйылған ваҡыттан, атмосфера йоғонтоһона, төрлө елгә, яуым-төшөмгә дусар булған, - тип белдерҙе Андрей Кудрявцев. – Скульптураны таҙартыу һәм тергеҙеү өсөн иң һаҡсыл – химик һәм механик технологияларҙы ҡулланабыҙ.

Белеүебеҙсә, Салауат Юлаевҡа һәйкәлде 2025 йылдың яҙында демонтажлағайнылар. Эш барышын күҙәтеү советы ҡарай. Уның составында – йәмғиәт лидерҙары.

- Ябай булмаған ҡарарҙы ҡабул иткәндә скульптураның насар хәлдә икәнлеген белә инек. Насар ғына түгел, катастрофик хәлдә булған икән. Милли билдәбеҙҙе һәр мәл юғалтыуыбыҙ ихтимал ине. Аллаға шөкөр, был хәл теркәлмәне, - тине Радий Хәбиров. – Артабан эштәрҙе дауам итеүҙең бер нисә варианты бар. Бөгөн ҙур интервью яҙҙырҙым, иртәгә, дүшәмбе, уны киң мәғлүмәт сараларында бирәсәктәр. Һәйкәлдең урынына ҡайтыуы өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ.

Фото, сығанаҡ: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Автор:Айһылыу Низамова

Милли батырыбыҙға һәйкәл реставрациялана
Милли батырыбыҙға һәйкәл реставрациялана
Автор:
Читайте нас