ЙӘМҒИӘТ
27 Апреля , 16:14

Ишле ғаиләлә унынсы сабый тыуған!

Бәхетле ата-әсәгә тантаналы шарттарҙа тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырылды.

Ишле ғаиләлә унынсы сабый тыуған!Ишле ғаиләлә унынсы сабый тыуған!
Ишле ғаиләлә унынсы сабый тыуған!

Стәрлетамаҡ районының Уҫылыбаш ауылынан Андреевтар ғаиләһе ишәйгән. Светлана һәм Александр яңы тыуған улдарына Илья тигән исем һайлаған.  

Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Владимир Спеле һүҙҙәренсә, Ильяның Юлия һәм Надежда апайҙары, Алексей, Никита, Даниил, Матфей, Тимофей, Владимир һәм Мирон ағайҙары бар.

«Башҡортостан Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының Стәрлетамаҡ районы ЗАГС бүлеге белгестәре ата-әсәне ҡотлап, Илюшаның тәүге документын — тыуыу тураһында таныҡлығын тапшырҙы», — тине ведомство етәксеһе.

 
 
 
ФОТО: БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ЮСТИЦИЯ ЭШТӘРЕ БУЙЫНСА ДӘҮЛӘТ КОМИТЕТЫ | ВЛАДИМИР СПЕЛЕ
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас