ЙӘМҒИӘТ
27 Апреля , 04:19

Башҡортостанды аномаль йылы һәм рекордлы ямғырлы йәй көтә

Иң нығы август ғәжәпләндерер. Айҙың башы йомшаҡ һәм йылы була, әммә йәй аҙағына температура +16 градусҡа тиклем төшөүе ихтимал, был иртә көҙ килеү тойғоһо тыуҙыра.    

Синоптиктар, Башҡортостанда алдағы йылы миҙгел оҙаҡҡа хәтерҙә ҡаласаҡ, тип иҫәпләй. Әгәр дөрөҫкә сыҡһа, беҙҙе һауа торошоноң тотороҡло йылыныуы, ҡоролоҡтоң ҡапыл көслө ямғырға алмашыныуы менән көньяҡ киңлектәргә хас һауа торошо көтөлә.

Быйыл апрель республика халҡына Урал яҙының ҡаты холҡо хаҡында иҫкә төшөрҙө: аномаль март йылыһынан һуң төбәккә ямғырҙар һәм һыуыҡтар ҡайтты. “Фобос” үҙәге фараздары буйынса, май нығыраҡ ҡыуандырасаҡ. Ай башында һауа +17, +20 градусҡаса йылына. Оҙайлы иҫәпләүҙәр буйынса, майҙа уртаса һауа температураһы +11, +14 градус тәшкил итәсәк, был климат нормаһына яҡын һәм унан юғарыраҡ.

Йәйҙең тәүге айы, “Гидрометүҙәк” фараздары буйынса, ҡояшлы көндәр менән ҡыуандырасаҡ. Термометр бағанаһы көндөҙ +22, +26 градус билдәләренә ынтыласаҡ, был күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән ике-өс градусҡа юғарыраҡ. Июндә яуым-төшөмдөң норма сиктәрендә (50-70 миллиметр) булыуы көтөлә.

Июль иң эҫе, һәм, моғайын, иң күҙаллап булмаған ай буласаҡ. Уртаса һауа температураһы +17, +21 градус тәшкил итәсәк, әммә ғәмәлдә синоптиктар был күрһәткестәрҙең йыш ҡына артып китеүен вәғәҙәләй. Ҡайһы бер көндәр ысынлап та эҫе була, һауа +30 градусҡа тиклем һәм унан да юғарыраҡ йылына. Июлдә ҡыҫҡа, әммә көслө йәшенле ямғырҙар яуасаҡ.

Иң нығы август ғәжәпләндерер. Айҙың башы йомшаҡ һәм йылы була, әммә йәй аҙағына температура +16 градусҡа тиклем төшөүе ихтимал, был иртә көҙ килеү тойғоһо тыуҙыра. Төп сюрприз – яуым-төшөм. Ҡоро август стереотиптарына ҡаршы, быйыл артыҡ ямғырҙар фаразлана. Быны айырыуса көньяҡ райондарҙа йәшәүселәр тоясаҡ. Төньяҡ һәм көнсығыш территориялар стандарт дым күләмен аласаҡ.

Рәсәй “Гидрометүҙәге”нең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд йәйҙең аномаль эҫе зонаға китеү тенденцияһын билдәләй. Башҡортостан быны тулыһынса тоясаҡ: йәй ғәҙәттәгенән йылыраҡ, әммә дымлыраҡ буласаҡ. Климатологтар бындай һауа торошон Эль-Ниньо феномены йоғонтоһо менән бәйләй, ул блокировкалаусы антициклондарҙы көнбайышҡа күсерә, дымлы циклондарға Уралға юл аса.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас