

Быйыл 27 майҙан 1 июнгә тиклем Башҡортостанда Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Сергей Безруков етәкселегендә “ЭХО БДФ Республика Башкортостан” тигән Ҙур Балалар фестивале уҙғарыла. Был проект мәҙәни башланғыстар Президент фонды, Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамы менән тормошҡа ашырыла.
“ЭХО БДФ Республика Башкортостан” махсус программаһына ярашлы, төбәк биләмәһендә спектаклдәр, нәфис һәм анимация фильмдары күрһәтеләсәк, яҙыусылар менән ижади осрашыуҙар ойоштороласаҡ. Шулай уҡ 60-тан ашыу белем биреү сараһы уҙғарыласаҡ.
Өфөлә йәшәүселәрҙе һәм ҡунаҡтарҙы Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Тверь, Омск, Ульяновск ҡалаларынан һигеҙ спектакль көтә. Шулай уҡ Башҡортостан театрҙарынан алты тамаша буласаҡ.
Программаны Мәскәү губерна театрының “Бәләкәй принц” (12 +) тигән музыкаль әкиәте аса. “Башҡортостан” дәүләт концерт залының сәхнәһенә төп ролдә Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Сергей Безруков сығасаҡ.
Фестиваль афишаһына шулай уҡ Ҙур Балалар фестивале лауреаттарының спектакле керәсәк. Шулай уҡ Башҡортостан театрҙарының спектаклдәре менән танышыу мөмкинлеге буласаҡ.
“БДФ Кино” һәм “БДФ Анимация” программаларында – бөтә ғаилә өсөн бушлай тамашалар күрһәтелә. Тамашасыларҙы Ҙур Балалар фестиваленең лауреаттарының нәфис һәм анимация фильмдары көтә. Улар үҙенсәлекле сюжет, тәрән идея, һөнәри оҫталыҡ менән айырылып тора. Фильмдар ғаилә менән бергәләп ҡарауға тәғәйенләнгән. Алдан теркәлеү аша ҡарарға мөмкин. Улар “Родина” кинотеатрында күрһәтеләсәк.
“БДФ Китап” йүнәлешендә яҙыусылар Евгения Русинова, Юлия Весова, Ольга Лишина, иллюстратор Лея Уланова ҡатнашлығында ижади осрашыуҙар, әҙәби оҫтаханалар ойоштороласаҡ. Китап программаһын “БДФ Китап” йүнәшендә спикерҙар һәм кураторҙар менән дискуссия асасаҡ. Барлыҡ саралар Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала уҙғарыла.
“БДФ Оҫтаханалар” программаһында 200 бала ҡатнаша. Вокал, сәхнә телмәре, дикция, актерлыҡ оҫталығы буйынса оҫталыҡ дәрестәрен билдәле педагогтар үткәрәсәк.
“БДФ Белем биреү” йүнәлеше һөнәрселек тармағы өсөн маҡсатланған. Мәҙәни учреждениелар эшмәкәрлегенең маркетинг, хоҡуҡ, иҡтисади аспекттар буйынса лекцияларында мәҙәни институцияның 80 менеджеры ҡатнашасаҡ.
“БДФ Мәктәп” йүнәлешендә мәктәп театрҙарынан һәм балалар театр студияларынан 40 педагог мәктәптә спектакль ҡуйыу серҙәре менән уртаҡлашасаҡ.
“ЭХО БДФ” махсус программаһы 2021 йылдан алып илебеҙ төбәктәрендә йәшәүселәрҙе Ҙур Балалар Фестивалендә төрлө йылдарҙа лауреат булған иң яҡшы тамашалар, фильмдар һәм китаптар менән таныштырасаҡ.
Ҙур Балалар фестивале – йыл һайын уҙғарыла торған сәнғәт фестивале. Ул 2018 йылдан Рәсәйҙең халыҡ артисы Сергей Безруков башланғысы буйынса уҙғарыла. Был фестиваль “Ғаилә” милли проектына индерелгән.
Фото: Фестиваль архивынан.