Башҡортостанда йәшәүселәр һауа торошоноң үҙгәреүенә яраҡлашып та өлгөрмәй, яңы үҙгәреш килеп етә. Эҫелек урынына көтмәгәндә яуым-төшөм менән һалҡын һауа массалары килә, киреһенсә лә була.
Быйыл май әллә ни йылыһы менән ҡыуандырмай. Тәүге көндәре һалҡын һәм ямғырлы тора ла, 3 майҙан термометр бағанаһы өҫкә күтәрелә һәм 5 майҙа +25 градус билдәһенән ашып китә. 6 һәм 7 майҙа көндөҙ +27 градусҡаса, төндә +18 градусҡаса йылы булыуы көтөлә. Әммә бындай йылылыҡ оҙаҡҡа бармай. 8 майҙа көндөҙ +10 градусҡа тиклем, ә 10 майҙа +6 градусҡа тиклем һыуыта.
11-24 майҙа көндөҙ +9-16 градус була . 9 майҙан 14-нә тиклем төндә 0-дән -3 градусҡаса һалҡын булыуы фаразлана. 25-31 майҙа +16, +17 градус йылы көтөлә, +13-тән +21 градусҡа тиклем киҫкен тирбәлеүҙәр көтөлә. Айҙың икенсе яртыһы, бер нисә көндән тыш, тулыһынса тиерлек ямғырлы була.
Ни бары июндең тәүге аҙнаһында Башҡортостанға эҫе һауа торошо килә: көндөҙ +20-нән +25 градусҡа тиклем һәм төндә +6-нан +14 градусҡа тиклем.
Шулай итеп, Рәсәй метеохеҙмәте фараздарына таянып, май айында ярайһы уҡ һалҡын буласаҡ, июнь башында ғына йәйге йылы тойоласаҡ.
Фото: "Шедеврум" нейроселтәре.