

Өфөлә ишле ғаиләләр берәүгә артҡан. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иғлан иткән Ҙур һәм татыу ғаилә йылында Айгөл һәм Данис Ғәтиәтуллиндар ғаиләһендә мөғжизә булған – өс игеҙәк тыуған. Өйҙә ике ҡустыһын һәм һеңлеһен апайҙары Дарина, Айлина түҙемһеҙәнеп көткән. Был турала баш ҡаланың Ленин районы башлығы Олег Котов хәбәр итә.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәте буйынса, сабыйҙар 16 мартта донъяға килгән. Уларҙың ауырлығы – 1700 грамм, 1990 грамм һәм 1700 грамм, ә буйы 40 сантиметр, 44 сантиметр һәм 42 сантиметр тәшкил иткән.
«Тәбиғи юл менән өс игеҙ балаға ауырға ҡалыу – һирәк күренеш, 10 меңгә 1 осраҡ булырға мөмкин. Сабыйҙар табиптар күҙәтеүендә булды. «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә алынған яңы ҡорамал ярҙамында улар тыуғас та тейешле медицина ярҙамы алды. Был уларҙың уңышлы яраҡлашыуына һәм ауырлыҡ йыйыуҙа мөһим роль уйнаны», — тип уртаҡлашты перинаталь үҙәк белгестәре.
автор:Наталья Овчарук
ФОТО: ӨФӨНӨҢ ЛЕНИН РАЙОНЫ ХАКИМИӘТЕ | ОЛЕГ КОТОВТЫҢ СОЦИАЛЬ СЕЛТӘРҘӘРЕ