

Шәһимгәрәй Солтангәрәй улы Урыҫбай ауылында тыуып үҫә, Ғәлиәхмәт мәктәбендә 8-се класты тамамлай. Юлдыбай һөнәрселек училищеһында уҡып, электрик һөнәренә эйә булғас, тыуған ауылы Урыҫбайҙа хеҙмәт юлын башлай. Шул уҡ ваҡытта тракторсы атаһының ҡорос атын йүгәнләп, уға ла ярҙам итеп өлгөрә. Техника йөрөтөү уның күңеленә яҡын булып сыға һәм артабанғы хеҙмәт юлында ул яратҡан һөнәренә әйләнә. Шул саҡта ауылда йәштәр күп, мәҙәниәт усағы, киске уйындар гөрләп тора. Йырлы-моңло уйындарҙың береһендә Шәһимгәрәй Солтангәрәй улы ҡунаҡҡа килгән Бүләкбикә исемле ҡыҙҙы осрата һәм улар бер-береһен оҡшатып, осраша башлайҙар.
Бүләкбикә Әсхәт ҡыҙы сығышы менән Иләс ауылынан, Аҡъяр урта мәктәбен тамамлағас, Орск ҡалаһында хеҙмәт юлын башлай. Дүрт йыл буйы осрашып йөрөгән егете Шәһимгәрәй Солтангәрәй улы кейәүгә сығырға тәҡдим яһағас, 1976 йылда Бүләкбикә Илбәкова Урыҫбай ауылына килен булып төшә. Йәш ғаилә матур итеп донъя көтә башлай, икеһе лә ауыл хужалығы эшенә егелә. Туғыҙ йылдан ашыу Урыҫбайҙа йәшәгәндән һуң, улар 1985 йылда Ивановка ауылына килеп төпләнә. Уңған хужабикә Бүләкбикә Әсхәт ҡыҙы ғүмере буйы һауынсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Үҙ эшен мөкиббән китеп яратҡан, тырышып эшләгән Шәһимгәрәй Солтангәрәй улы тракторҙан төшмәй. Алдынғы, эшкә талымһыҙ, ҡорос атын һәр ваҡыт ҡарап ҡына йөрөткән уҙаман гел алдынғылар рәтендә була. Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте, тигәндәй, эш дәүерендә ике тапҡыр өр-яңы тракторға ултыра, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалына, «Хеҙмәт ветераны» исеменә лайыҡ була. Колхоз тарҡалғас, ҡул ҡаушарып тик ултыра белмәгән ғаилә башлығы Хәйбулла юл ремонтлау һәм төҙөү идаралығының асфальт-бетон заводына эшкә төшә: «Алтмыш дүрт йәшемә тиклем эшләнем, ауырып китеү сәбәпле ташларға тура килде. Арыу-талыуҙы ла белмәнем, эшемде яратып, еренә еткереп башҡарҙым», - ти Шәһимгәрәй Солтангәрәй улы.
Илбәковтарҙың татыу ғаиләһендә бер-бер артлы биш бала - бер ул һәм дүрт ҡыҙ донъяға килә. Улар атә-әсә йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, һәр береһе тормошта үҙ урынын табып, матур донъя ҡорған.
Мәҡәләне тулыһынса гәзиттең 15-се һанында уҡығыҙ.