

Бер байрамды ла татлы ризыҡһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Хәйбулла районының Аҡнаҙар ауылы егете Айгиз Килдебаев торт бешереү серҙәрен өйрәнгәндә тап ошо хаҡта уйлай. Йәш кондитерҙы тыуған яғында белмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Уның ҡулы менән барлыҡҡа килгән, ауыҙҙа иреп торған ризыҡтар бер кемде лә битараф ҡалдырмайҙыр. Бөгөн Айгиз Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал бүлегендә белем ала. Уҡыу мәшәҡәттәре ташып торһа ла, ул күңеленә ятҡан һөнәренә тоғро ҡала. Көндән-көн үҙенең оҫталығын үҫтереп, яңынан-яңы рецептар өйрәнә. «”Кеше нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, уның өсөн үҙ ҡулдарың менән эшләнгән бүләк иң ҡәҙерлеһе һанала”», — ти Айгиз.
— Айгиз, ни өсөн тап ошо һөнәргә тотонорға булдың?
— Бала саҡтан уҡ аш-һыу менән мауыға инем. Туғандарымды тәм-том менән һыйлап, күңелдәрен күрергә яраттым. Теүәл ун йыл элек һеңлемдең бер йәше тулыуына байрам табынына торт эшләп ҡарарға булдым. Апайымдың ярҙамы менән ябай ғына бисквит бешереп, уны әҙер крем менән туҡыным. Аҙаҡ өҫтөн крем менән ҡаплап, ситен еләк менән биҙәнем. Торт ябай ғына килеп сыҡһа ла, ҡунаҡтарға оҡшаны. Шул ваҡыттан торттар бешереү менән ныҡлап шөғөлләнә башланым. Бөгөн был һөнәр миңә бик ҙур ҡыуаныс килтерә, шулай уҡ ижад итергә мөмкинлек бирә.
— Һәм бөгөн һин ярайһы уҡ уңышҡа өлгәшкәнһең...
— Әлбиттә, кеше шөғөлөнә күңелен һалып эшләһә, уңыш үҙенән-үҙе йылмая. Бер урында туҡталып ҡалмауымды, һәр ваҡыт торт өсөн яңы фигуралар, бешереү ысулдарын эҙләүем минең өсөн иң ҙур ҡаҙаныш тип һанайым. Кондитер — ул ашнаҡсы ғына түгел, ә рәссам да, скульптор ҙа. Уның эшенә аҙыҡты әҙерләү генә түгел, ә дизайнын уйлап табыу, матур биҙәү ҙә инә. Ун ете йәшемдә ағайым менән еңгәйемдең туйына дүрт яруслы торт «төҙөнөм». Уның ауырлығы 12 килограмм тирәһе булды. Шул торт менән нисек йонсоғаным һаман хәтерҙә. Әммә тырышлығым бушҡа китмәне — бик тәмле килеп сыҡты, ҡунаҡтар харап оҡшатты.
— Заказдар бармы? Өлгөрәһеңме?
— Ғәҙәттә, йәйгеһен көнөнә биш-алты заказ алам. Әлбиттә, башҡа мәшәҡәттәр менән ваҡыт та етмәйерәк китә. Өйҙә эшләгәнем ҡыуандыра — кис көнө кәрәкле бисквиттарҙы бешереп ҡуям да төнгөлөккә ҡатлап сығам. Иртәнсәккә улар һеңә һәм биҙәргә әҙер була. Заказдар төрлө булғас, ҡайһы берҙә баш та буталып китә. Берәүһенә крем күберәк һалырға кәрәк икән, икенсеһенә матур итеп биҙәү мөһимерәк. Ә ҡайһы берҙәренә ҡотлау йәки исем яҙырға кәрәк. Йылдан-йыл оҫтарыуымды һиҙәм, шуға күрә заказдарҙың күплеге ҡурҡытмай.
— Һин бит уҡып та йөрөйһөң. Ауыр түгелме?
— Тәүҙә ауырыраҡ ине, ә хәҙер өйрәндем. Башта үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәй инем, дәрестәргә лә йөрөргә кәрәк, заказдар ҙа арта. Бешеренеүҙе ташлармын, тип тә уйлап йөрөгән ваҡыттар булды. Бөгөн ваҡытымды дөрөҫ бүлергә өйрәндем, шуға күрә ул ауырлыҡтар бигүк һиҙелмәй.
— Һинең эшеңдә иң ҡыйыны нимә?
— Заказдар күп саҡта көнө буйы аяҡ өҫтөндә булырға кәрәк. Социаль бәйләнештәр менән дә ярайһы уҡ ҡатмарлы: кемгәлер торт оҡшамаҫҡа мөмкин, кемдер тортты эшләү процесында үҙгәртергә ҡарар итә. Ҡайһы ваҡыт бөтөнләй башҡа төрлөһөн һораған саҡтар ҙа булғыланы. Үткер бысаҡтар менән һаҡ эш итергә лә кәрәк. Байрам көндәрендә заказдарҙың һаны ҡырҡа арта. Шуға күрә, кондитерҙың байрамдары юҡ, тип тә әйтергә була.
— Ә кондитер ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?
— Клиенттарҙың иғтибарын йәлеп итә алған үҙенсәлекле десерттар эшләү һәләтенә эйә булыу. Ваҡытты дөрөҫ бүлә белергә, аш-һыу бүлмәһендә таҙалыҡ тотоп, тәртип һаҡлай белергә лә кәрәк. Үҙенең оҫталығын да даими камиллаштырырға, кондитер сәнғәте донъяһындағы трендтарҙы күҙәтергә һәм эшкә яңы идеялар индерергә әҙер булырға тейеш. Шулай уҡ заказ биреүселәр менән компания алдында, заказдарҙы үтәү ваҡытын һәм продукцияның хәүефһеҙлек стандарттарын үтәүҙе иҫәпкә алып, эшенә яуаплы ҡарарға тейеш тип һанайым.
— Ғәҙәттә, бер торт әҙерләүгә күпме ваҡыт китә?
— Торттың ҡатмарлылығына, ҙурлығына ҡарап инде. Бәләкәй торттар өсөн уртаса 5–6 сәғәт талап ителә, ҙур торттар өсөн – 20 сәғәт тирәһе. Әлбиттә, әҙерләү ваҡытын аныҡ ҡына әйтеүе ҡыйын, шуға күрә һандар яҡынса. Ҡайһы берҙә хаталанып китеүең бар. Был ваҡытта эш һуҙыла. Ә ҡайһы берҙә, киреһенсә, еңел һәм тиҙ генә килеп сыға. Мәҫәлән, шул уҡ ағайымдың туйына эшләгән тортҡа бер төн китте.
— Ә десерттарҙың үҙенең берәй модаһы буламы, үҙгәрәме?
— Дөрөҫөн әйткәндә, кондитер тенденциялары йыл һайын үҙгәреп тора. Мәҫәлән, башлаған саҡта, пирожный макарон дәүерендә, шул уҡ ваҡытта мусса десерттары, ә бер йыл ярымдан һуң эклерҙар популяр булды. Хәҙер трендта ҡырҡылған десерттар, йәғни торт киҫәктәре, күп ҡатлы пирожныйҙар, уларҙа бөтә ҡатламдар ҙа шунда уҡ күренә.
— Кондитер булырға теләгән кешеләргә ниндәй кәңәштәр бирер инең? Нимәгә әҙер булырға кәрәк?
— Торт бешереп, заказдар эшләй башлау менән һеҙгә клиенттар сығасаҡ. Ниндәй генә заказ булмаһын, баш тартмағыҙ, сөнки улар һеҙгә тәжрибә килтерә. Белемегеҙҙе даими арттырып тороғоҙ. Бының өсөн ҡиммәтле курстарға йөрөүҙең кәрәге лә юҡ, сөнки хәҙер интернетта барыһы ла бар. Социаль селтәрҙәрҙә үҙегеҙҙе күрһәтегеҙ, заказ алыуҙың төп сығанағы шунда. Башлаған ваҡытта, бәлки, минусҡа эшләргә тура килер, быға ла әҙер булығыҙ. Үҙегеҙҙе ижади яҡтан күрһәтергә тырышығыҙ. Үҙенсәлекле торттар эшләп, үҙегеҙҙең стиль булһа, иғтибар яулау мөмкинлеге артасаҡ. Юғары кимәлдәге десерттар эшләргә теләһәгеҙ, һеҙгә яҡшы инвентарь кәрәк буласаҡ. Тик шунда уҡ барлыҡ нәмәне һатып алырға ашыҡмағыҙ. Иң кәрәклеһен генә һайлағыҙ. Мәҫәлән, кондитер магазиндары сайттарында буласаҡ кондитерҙар өсөн йыйылмалар һатыла. Иң мөһиме — башларға ҡурҡмағыҙ. Әгәр һеҙ оҫта кондитер булырға хыялланаһығыҙ икән, уны мотлаҡ маҡсатҡа әйләндерегеҙ.
— Киләсәккә ниндәй хыялдар менән йәшәйһең?
— Пландар ҡороу һәр саҡ ауыр, шуға ҡапыл ғына әйтеп тә булмай. Әлбиттә, кондитерлыҡ менән шөғөлләнеүемде дауам итәсәкмен. Шул эш буйынса үҙемдең бизнесымды асырға хыялланам. Шулай уҡ торт, төрлө капкейк бешерергә өйрәнергә теләгән кешеләргә оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә тигән пландар ҙа бар. Үҙемдә булған тәжрибәне башҡалар менән бүлешеү миңә шатлыҡ ҡына килтерер ине. Бөгөнгө көндә кондитер һөнәренә ихтыяж бик ҙур, шуға күрә был өлкәлә хәҙер иң мөһиме үҙемде үҫтерергә кәрәк.
— Рәхмәт, Айгиз! Һиңә тик ижади уңыштар юлдаш булһын!
Фәһим Әхмәров.
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-13743478_115000