

Ивановка ауылынан Ғилман һәм Мәрйәм Илбәковтар ҡулға-ҡул тотоношоп, ауылдаштарына үрнәк булып, ауылға йәм өҫтәп, 50 йыл бергә татыу ғүмер кисерәләр. Ғаилә ауылда ҙур абруй менән файҙалана.
Мәрйәм Мөхәмәтйән ҡыҙы 1955 йылда Аҡташ ауылында 8 балалы ғаиләлә донъяға ауаз һалған.
–1-се класҡа уҡырға барғанда Ивановка ауылына күстек. 8-се класты тамамлағас, Сибай ауыл хужалығы техникумында зоотехникка уҡыным. Диплом алғас, үҙебеҙгә ҡайтып, Ленин исемендәге колхозда ике йыл зоотехник булып эшләнем. Артабан мине малсылыҡ буйынса бухгалтер итеп саҡырҙылар. Шунан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозда бухгалтер булып эшләнем. 2000 йылдан баш бухгалтер вазифаһын башҡарҙым. Ситтән тороп Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамланым, – тип әңгәмәне башланы Мәрйәм Мөхәмәтйән ҡыҙы.
30 йылдан ашыу колхозда фиҙаҡәр хеҙмәт итеп, үҙенә йөкмәтелгән бурысҡа яуаплы ҡарап, иҫәп-хисап эштәрен ентекле башҡара ул. 10 йылдан ашыу урындағы һайлау комиссияһы рәйесе була. Ғаилә башлығы ла ошо уҡ колхозда намыҫлы хеҙмәт юлы үтә. Ул 1954 йылда Бикбау ауылында донъяға килеп, 9 балалы ғаиләлә буй еткерә.
–Бикбауҙа башланғыс класты тамамлағас, бер йыл Йәнтештә белем алдым. 6-сы класҡа Ивановка мәктәбенә уҡырға килдем һәм интернатта ятып уҡыным. 8-се класта уҡығанда ғаиләбеҙ менән Ивановкаға күстек. 10-сы класты тамамлағас, бер йыл колхоз быҙауҙарында эшләнем. Артабан ике йыл Алыҫ Көнсығышта, мотоуҡсылар ғәскәрендә хеҙмәт иттем. Армиянан һуң ғүмер буйы колхозда шофер булып эшләнем. Колхоз тарҡалғас, ете йыл “Башҡорт баҡыры” предприятиеһында эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Бөгөн 8 бер туған барыбыҙ ҙа Ивановка ауылында төпләнеп, бер-беребеҙгә ярҙамлашып, ҡатышып йәшәйбеҙ. Бер һеңлем генә Ҡалмыҡстанда тора, – тип һүҙгә ҡушылды ғаилә башлығы.
Илбәковтарҙың күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән. Икеһе лә хеҙмәт ветераны. Ғилман Ишкилде улының хеҙмәттәре юғары баһаланып, ул ун беренсе һәм ун икенсе йыллыҡтар ударнигы була.
Илбәковтар 1976 йылдың 6 ноябрендә туй яһап, никахтарын теркәй. Ике балаға ғүмер биреп, уларҙы уҡытып, оло тормош юлына сығара. Әлеге мәлдә улдары һәм ҡыҙҙары үҙ ғаиләләре менән матур тормош ҡороп, балалар үҫтерә. Бөгөн Илбәковтар – алты ейән-ейәнсәргә яратҡан, хәстәрлекле ҡартатай һәм өләсәй-ҡартәсәй. “Өлгөлө ғаилә” маҡтаулы исеменә лайыҡ булғандар. Йыл да гәзит-журналдар яҙҙырып уҡыйҙар. Йорт китапханаһы кәштәһендә дини китаптар, календарҙар һәм гәзиттәр ҙә төп урынды биләй.
Ғилман Ишкилде улы дин юлында. Биш ваҡыт намаҙын уҡып, йыл да ҡатыны менән бергәләп ураҙа тоталар.
Был күркәм пар етмеш йәшкә етһә лә гөрләтеп донъя көтә: үҙ хужалыҡтарында күпләп мал-тыуар аҫрай, ҡош-ҡорт тота, баҡса тултырып йәшелсә, емеш-еләк үҫтерә. Улар күршеләре, туғандары һәм ауылдаштары менән татыу йәшәй.
Мәҡәлә тулыраҡ 15-се һанда.