

«Башҡорт теленән диктант-2026» халыҡ-ара мәғариф акцияһы үҙенең географияһын киңәйтеүен дауам итә. Быйыл акцияға 615 офлайн-майҙансыҡ ҡушылды, ә ҡатнашыусылар өсөн дөйөм урындар һаны 31 400-ҙән ашып китте.
Акция 2026 йылдың 17 апрелендә онлайн һәм офлайн форматтарҙа үтәсәк. Теләгән һәр кем, йәшенә, белем кимәленә һәм йәшәү урынына ҡарамаҫтан, ҡатнаша ала.
Майҙансыҡтарҙың төп өлөшө – 613-ө Рәсәйҙә урынлашҡан, шул уҡ ваҡытта акция халыҡ-ара кимәлгә лә сыға: диктантты Румынияла һәм Үзбәкстанда ла яҙасаҡтар.
Төбәктәр араһында Башҡортостан Республикаһы алдынғы урында – барлығы 558 майҙансыҡ эшләйәсәк.
Шулай уҡ әүҙем ҡатнашалар:
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, диктант өс кимәлдә үткәрелә:
Башҡортостандың баш ҡалаһында диктант ғәҙәттәгесә ҡаланың ҙур мәғариф һәм мәҙәни майҙансыҡтарында үтәсәк, улар араһында:
Офлайн-форматта ҡатнашыу өсөн уңайлы майҙансыҡ һайларға һәм акцияның рәсми сайтында теркәлергә кәрәк. Майҙансыҡтарҙың тулы исемлеге, шулай уҡ диктант үткәреү урындары тураһында көнүҙәк мәғлүмәт рәсми сайтта урынлаштырылған : https://bashdictant.ru/
Автор фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!