ЙӘМҒИӘТ
15 Апреля , 04:28

Радий Хәбиров ағаһының ғүмере өсөн көрәшкән табиптарға рәхмәт әйтте

"Табиптар уның өсөн туғыҙ көн көрәште, йәрәхәттәре ауыр ине. Мин табиптарҙың нисек эшләүен үҙем күрҙем. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш реаниматологы өс тәүлек йоҡламаны..."

Радий Хәбиров ағаһының ғүмере өсөн көрәшкән табиптарға рәхмәт әйттеРадий Хәбиров ағаһының ғүмере өсөн көрәшкән табиптарға рәхмәт әйтте
Радий Хәбиров ағаһының ғүмере өсөн көрәшкән табиптарға рәхмәт әйтте

Бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бер туған ағаһының ғүмере өсөн көрәшкән Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табиптары командаһына рәхмәт әйтте.

"Миңә һәм ғаиләмә күрһәткән иғтибарығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт белдерәм. Бындай ваҡытта ҡайғы уртаҡлашыу бик мөһим. Табиптар уның өсөн туғыҙ көн көрәште, йәрәхәттәре ауыр ине. Мин табиптарҙың нисек эшләүен үҙем күрҙем. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш реаниматологы өс тәүлек йоҡламаны. Минең ағайым булғанға түгел, кешеләр ысынлап та шулай йәшәй", – тип аңлатма бирҙе Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығының бер туған ағаһы Ришат Хәбиров юл фажиғәһендә алған йәрәхәттәрҙән һәләк булып ҡалыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Радий Хәбиров ағаһының бәлиғ булмаған улы ҡалыуы, уның атаһына “ныҡ бәйле" булыуын әйтте. "Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Туғандарығыҙҙың һәм яҡындарығыҙҙың һуңынан илауына юл ҡуймағыҙ", – тине Башҡортостан Башлығы.

Фото: кәңәшмәнең тура трансляцияһынан скриншот.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!     

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас