ЙӘМҒИӘТ
15 Апрель , 04:23

Башлыҡ федераль юлдарҙағы хәлде “башбаштаҡлыҡ” тип атаны

Хәлде төҙәтергә аҙна аҙағынаса ваҡыт бирәбеҙ, - тине Радий Хәбиров

Бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо ял көндәрендә Өфө, муниципалитеттар һәм федераль трассалар биләмәләрендә контроль идаралығының эше буйынса отчет менән таныштырҙы.

– Республиканың контроль идаралығы был аҙна аҙағында яҡшы эшләне. Миндә Өфө, федераль трассалар һәм муниципаль юлдар буйынса отчет бар. Любовь Викторовна (Минакова – редакция), трассалар буйынса эште һеҙгә тапшырам. Башбаштаҡлыҡ. Федераль юлдарҙы хеҙмәтләндереүселәрҙе, зинһар, ҡыбырлатығыҙ. Бик күп сүп-сар йыйылмаған әле. Хәлде төҙәтергә аҙна аҙағынаса ваҡыт бирәбеҙ, - тине Радий Хәбиров, республика Транспорт һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлыҡтарына мөрәжәғәт итеп.

Шул уҡ ваҡытта төбәк етәксеһе Ишембай һәм Салауат башлыҡтарына ҡалаларҙағы таҙалыҡ өсөн рәхмәт әйтте.

Фото: Розалия Хисаева.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!       

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас