

Рәсәйҙә бәләкәй балалы ҡатын-ҡыҙҙарҙы эшкә алғанда һынау осорон тыйыу нормаларына төҙәтмәләр индерелде. Сентябрь айынан тыйыу 3 йәшкәсә бала тәрбиләгән әсәйҙәргә ҡағыла (әле балаға йәш ярым тулғансы).
Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһында белдереүҙәренсә, шулай уҡ 18 йәше тулмаған хеҙмәткәрҙәргә; тейешле вазифаға конкурстан үткән хеҙмәткәрҙәргә; дәүләт аккредитацияһы булған программалар буйынса урта һөнәри йәки юғары белем алған һәм диплом алғандан һуң бер йыл эсендә үҙ һөнәре буйынса тәүге тапҡыр эшкә урынлашҡан белгестәргә һынау ваҡыты билдәләнмәй.
Был исемлектә бер ойошманан икенсеһенә күсеү юлы менән эш урынын алмаштырған, шулай уҡ эш биреүсе менән ике айға тиклем хеҙмәт килешеүе төҙөгән хеҙмәткәрҙәр бар.