

Айгөл Йомабай ҡыҙы Атингән ауылында тыуып үҫкән. Күмәк ғаиләлә буй еткергән ҡыҙ мәктәптә яҡшы уҡый, ҡулына аттестат алғас, Сибай педагогия колледжына уҡырға инә. Буласаҡ тормош иптәше Данис Ришат улы менән Атингән ауылы клубында осрашалар. Бер-береһен тәү күреүҙән оҡшатҡан егет менән ҡыҙ, ике йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң 2011 йылда гөрләтеп туй үткәрә.
Тәүге йылдарҙа йәш ғаилә Данис Әхмәтовтың тыуған ауылы Йәнтештә атай йортонда йәшәй. Тырыш, уңған пар бар көстәрен һалып, район үҙәгендә заманса йыһазландырылған, бөтә уңайлыҡтары булған, күркәм йорт һалып инә. Төҙөлөш эштәрен оҫта ҡуллы ғаилә башлығы үҙе башҡарған. Әлеге мәлдә Данис Ришат улы «Башҡортостан шахта ҡаҙыу идаралығы» предприятиеһында электрослесарь булып хеҙмәт итә.
Кескәй балаларҙы бар күңеле менән яратҡан Айгөл Йомабай ҡыҙы «Бәпембә» балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Уның ҡул аҫтында бәләкәй ҡыҙҙар һәм малайҙар төрлө яҡлап үҫеүгә, белемгә тәүге аҙымдарын яһай, тиҫтерҙәре менән аралашырға өйрәнә. Тырыш хеҙмәткәр БДУ-ның филиалы – Сибай институтында ҡайтанан профессиональ әҙерлек программаһы буйынса белемен камиллаштырған. Айгөл Әхмәтова тәрбиәләнеүселәре, һөнәре тураһында һөйләгәндә күҙҙәрендә айырыуса йылылыҡ сағыла, һүҙҙәрендә наҙ һиҙелә.
– Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә 33 бала менән мәж киләбеҙ. Хәреф танырға, һанарға, төрлө ҡул эштәренә һәм башҡа һөнәрҙәргә өйрәтеп, мәктәпкә әҙерләп сығарабыҙ. Һәләтһеҙ бала булмай, һәр кескәйҙең үҙенсәлеген, талантын тойорға тырышабыҙ. Кескәй балаларҙы, эшемде бик яратам - ти Айгөл Йомабай ҡыҙы. Эйе, яратҡан эш – ярты бәхет тиҙәр, үҙ һөнәренә бар күңелен һалып башҡарған тәрбиәсе һәр кескәйҙе үҙенең балаһылай күрә, ата-әсәләрҙең ихтирам яулап, хеҙмәтенә яуаплы ҡарай.
Мәҡәләне тулыһынса гәзиттең 14-се һанында уҡығыҙ.