

Төндә төньяҡта ҡар ҡатыш ямғыр, боҙлауыҡ, автомобиль юлдарының айырым участкаларында тайғаҡ, башҡа территорияла яуым-төшөмһөҙ. Көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр.
Ел көньяҡтан, тиҙлеге секундына 7-12 метр, урыны менән 17 метрға етеүе мөмкин, көндөҙ 5-10 метр. Һауа температураһы төндә -2,+3°, көндөҙ +11,+16°, төньяҡта +6°. Төндә төньяҡта автомобиль юлдарының айырым участкаларында яуым-төшөм ваҡытында 1-2 километрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.