Таһир Сәлимәһе, балалары өсөн йәнен дә бирергә әҙер, хатта эштән һуң ҡайтҡанда ла ашҡынып, өйҙәренә йүгереп килеп инә.
- Күҙ нурҙарым минең! Һеҙҙе ныҡ-ныҡ һағындым, - тип көн дә ҡабатлай.
Ашҡынып, ҡабаланып йөрөүе уны бәләгә килтерә. Боролоштан сыҡҡан машина алдына ҡапыл ғына йүгереп килеп сыҡҡан Таһирҙы күрһә лә, Самат машинаһын туҡтатып өлгөрә алмай ҡала. Бер ай дауаханала ятҡандан һуң Таһир үлә. Иҫенә килгән ваҡытында: «Самат түгел, мин үҙем ғәйепле», - тип әйтә. Саматты хөкөм итмәйҙәр. Ҙур юғалтыу кисергән Сәлимә өсөн тормош туҡталғандай була. Ауыр кисерештәргә бирелеп, ҡайғырып йөрөүе уның һаулығын ҡаҡшата.
Нурбулат армия сафына алына. Бәхетле тауыштарға тулып торған өйө Сәлимәгә бушап ҡалғандай тойола. Ул бар нәмәгә битараф булып, йәшәү мәғәнәһен юғалта. Янында һөйөклө ҡыҙы – Гөлсәскәһе барлығын да онота.
Яҡшы ғаиләлә тәрбиәләнгән Нурбулат менән Гөлсәскә тыйнаҡ, әҙәпле, аҡыллы булып үҫәләр. Алыҫ Көнсығыштан Нурбулаттың яҡшы хеҙмәт итеүе тураһында командирынан хат килә. Гөлсәскә мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамларға әҙерләнә.
Гөлсәскә күпме тырышмаһын, әсәһенә бер нисек тә ярҙам итә алмай. Һыуһыҙ һулыған сәскә шикелле, көндән-көн хәлһеҙләнә барып, Сәлимә лә гүр эйәһе була.
Әсәһен ерләшергә Нурбулат ағаһы ҡайта. Күрше ауыл егете Айгиз Нурбулат ағаһы менән бергә хеҙмәт итәләр. Уны яҡшы хеҙмәт иткәне өсөн ялға ҡайтаралар. Нурбулаттың да ауылда икәнен ишетеп, бергәләшеп юлға сығырға һөйләшергә тип Гөлсәскәләргә килә. Айгиз бер күреүҙән Гөлсәскәгә ғашиҡ була. Күҙең төшөрлөк тә шул. Гөлсәскә һылыу ҡыҙ булып буй еткергән: ҡарлуғас ҡанатылай һыҙылып киткән ҡаштар, күк йөҙөн хәтерләткән зәп-зәңгәр күҙҙәр, бөгәрҙәренә төшөп торған муйыл ҡараһылай ҡап-ҡара толом сәстәр. Йәшлеге, матурлығы ташып торған гүзәлде кем генә яратмаһын, уға ҡарап кем генә һоҡланмаһын.
Гөлсәскәнең ата-әсәһен юғалтыу ҡайғыһынан илап йөрөгән сағында, ҡараңғы төндә яҡтыртҡан, сағыу балҡыған йондоҙ булып, йөрәгенә килеп инә Айгиз. Хәрби хеҙмәтен тултырғас та һиңә килермен, тип һүҙ бирә Айгиз. Гөлсәсәк уны көтөргә вәғәҙә итә.
Мәктәпте тамамлаған Гөлсәскә үҙен ике юл уртаһында тороп ҡалғандай тойҙо. Ҡалаға уҡырға барыр өсөн аҡса кәрәк. Эшкә төшөр ине, ауылда эш юҡ. Ата-әсәһенән ҡалған аҡсаны әҙләп кенә һаҡлап тоторға тырышты.
Икмәк алыр өсөн генә магазинға килеп йөрөгән Гөлсәскәнең хәлен һатыусы Зәкиә апай аңланы. Хаҡлы ялда булһа ла эшләп йөрөгән йыйыштырыусы Зөлфиә апайҙың урынына Гөлсәскәне алды. Нимә эшләргә, ҡайҙа барырға ҡаңғырып йөрөгән ҡыҙ дәртләнеп эшләй башланы. Тормош юлдарында япа-яңғыҙы ҡалған Гөлсәскәнең донъяһы түңәрәкләнгәндәй булды. Бала саҡтағы хыялын үтәргә әҙерләнә башланы. Уҡытыусы һөнәрен яратҡан ҡыҙ ситтән тороп пединститутҡа уҡырға инергә булды.
Хыялдары селпәрәмә килеп ватылыр, тормошо бөтөнләй кире яҡҡа әйләнер, тип башына ла килтермәй ине йәш ҡыҙ бала. Ҡараңғы төндә кемдер ныҡ итеп ишек шаҡығанға уянып китте. Тын да алырға ҡурҡып, йоҡламай төн үткәрҙе. Был хәл көн дә ҡабатлана башланы. Гөлсәскә өйөн бикләп, тышта йоҡлай башланы, йә һарай башында, йә баҡсаның бер мөйөшөндә.
Йылы йәмле йәй ҙә, һалҡын көҙ ҙә үтте. Һыуыҡ бурандары менән ҡыш та килеп етте. Ер өҫтөн ап-аҡ ҡар ҡапланы.
Ҡара йөрәкле, яуыз уйлы кеше килеп йөрөүен дауам итте. Ишекте емереп килеп инер, тип ҡурҡҡан Гөлсәскә тәҙрәнең рамын алып, һөйәп кенә ҡуйҙы. Тәҙрәнән сығып ҡасып өлгөрөрмөн, тип уйланы.
Йәй көнө ишектең тыштан бикле икәнен күргән ир оҙаҡ йөрөмәй ҡайтып китә ине. Ҡыш көнө эстән бикле өйҙә ҡыҙҙың барлығын белеп, ҡайтмай йөрөп, таң яҡтылығы беленә башлағас, юҡҡа сыға.
Бер көн килеп ишекте емереп ватып килеп ингән, өй эсен пыр туҙҙырып ҡыҙҙы эҙләгән ир Гөлсәскәне тотоп алды. Ҡурҡышынан ҡото осҡан Гөлсәскә:
- Ағай, миңә теймәгеҙ, зинһар өсөн. Мин бит ҡыҙ кеше, йәлләгеҙ мине,- тип ялбарҙы.
- Айгизгә килеп йоҡларға була. Миңә ярамаймы ни? – тип ҡыҙға ташланды.
Бөтә көсөн йыйып ҡаршылашҡан Гөлсәскә көслө ир ҡулдарынан ысҡына алманы. Ҡыҙҙы көсләп, нәфсеһен ҡандырған ир мыҫҡыллы көлдө:
- Дөрөҫ әйткәнһең икән. Саф ҡыҙ булып сыҡтың. Хәҙер бер ни ҙә ҡылып булмай. Эш эшләнгән инде. Илауың менән хәлде үҙгәртеп булмай. Көн дә килеп йөрөрмөн, сөнки һин бит хәҙер минеке. Ҡара уны, ҡыҙыҡай, кешегә һөйләмә! Үлтереп ер тишегенә тығып китермен. Бер кем дә таба алмаҫ. Ундай эш буйынса мин бик оҫта кеше, - тип ҡәнәғәт йылмайҙы ул.
Ирҙең төҫ-башы, холҡо буйынса уның кем икәнен аңланы Гөлсәскә. Бөтә ауылды дер ҡалтыратып ҡурҡытып тотҡан «Ҡасҡын» ине ул.
Төнө буйы илап, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй, артабан нисек йәшәргә, тип ҡайғырып сыҡты. Таң һыҙылып атыуын күреп, тышҡа сыҡты. Мунса яғып, хәшәрәт «Ҡасҡын» мәсхәрәләгән тәнен таҙартырға булды. Иҫәбен дә онотто, әллә бишенсе, әллә алтынсы тапҡыр бөтә кәүҙәһен йүкә йыуғыс менән һабынлап ышҡыны ла ышҡыны. Ләкин үҙен һаман бысранып бөткән итеп тойҙо. Үҙенән-үҙе сикәнеп, ерәнеп, үҙен күрә алмаҫлыҡ булған Гөлсәскә хәлдән тайып иҫһеҙ ҡоланы.
Бына шундай ауыр хәлдә килеп тапты уны күрше Сабира инәй. Ҡыҙҙан төпсөнөп һорамаһа ла, барыһын да аңланы зирәк инәй. Гөлсәскәне өйөнә алып ҡайтып, өҫ-башын алмаштырҙы. Йәш баланы ҡараған шикелле тәрбиәләп, саҡ аяҡҡа баҫтырҙы.
Бер аҙна Гөлсәскәнең өйҙә юҡлығын белеп торған «Ҡасҡын» уны Сабира инәйҙәргә килеп тапты. Бәпкәләрен ҡурҡыныстан һаҡлаған инә ҡаҙ кеүек Сабира инәй Гөлсәскәне яҡлап «Ҡасҡын»ға ҡаршы торҙо. «Ҡасҡын» инәйҙе осора һуғып, Гөлсәскәне һөйрәп алып сығып китте. Гөлсәскә унан ҡотола алмаясағын аңланы. Көн дә ҡабатланып торған мәсхәрәләүҙән күңеле ҡатты.
Сабира инәй юғалды. Балалары, полиция, ауыл халҡы эҙләп-эҙләп тә тапманылар. Был кемдең эше икәнен Гөлсәскә белһә лә, кемгә булһа ла һөйләргә ҡурҡты. «Ҡасҡын»ға ҡаршылыҡ күрһәтһә, үҙе менән шулай буласағын бөтөн күңеле менән тойҙо. Уның яҡты көндәре лә ҡара төндәргә әүерелде. Гөлсәскә ауырға ҡалғанлығын белде. Бөтә батырлығын йыйып «Ҡасҡын»ға әйтте:
- Миңә башҡа килеп йөрөмәгеҙ инде. Ауырға ҡалғанмын. Баланы үҙем ҡарап үҫтерермен. Атаһы кем икәнен бер кемгә лә әйтмәҫмен. Төнгө эш өсөн яңғыҙ йәшәгән ҡатындар күп. Тыныслыҡта ҡалдырығыҙ мине, - тип илап ялбарҙы ул.
- Ауырлы, имеш. Миңә һин үҙең дә, балаң да кәрәкмәй. Мин бит һиңә ирлек хәжәтемде үтәү өсөн генә киләм. Ағайың алыҫта, Айгизең яныңда түгел, ауылда яҡын туғандарың да юҡ. Һине яҡлап миңә ҡаршы сығырлыҡ дуҫтарың да юҡ. Йөрәге етеп, кем ҡаршы тора алыр тиһең. Минең кем икәнде бик яҡшы беләләр. Бына ни өсөн мин һине үҙемә йәш бисәлеккә һайланым, - тип яр һалды ир.
Шулай көндәр, көндәр артынан айҙар үтә торҙолар. Йонсоп йәшәгән Гөлсәскәнең сабыйы ваҡытынан алда донъяға килде. «Ҡасҡын» баланы ҡулға алып күреү түгел, әйләнеп тә ҡараманы.
Балаһына ҡараған Гөлсәскә һуштан яҙып ҡолап китә яҙҙы. Яңы тыуған сабый бер тамсы һыу кеүек атаһына оҡшаған, әйтерһең дә «Ҡасҡын»дың күсермәһе. Балаҡайым минең, тип ҡулына алып имеҙергә уйлаһа, бәләкәй «Ҡасҡын»ды күреп, бөтә йәне-тәне менән баланы ҡабул итә алманы. Ҙур «Ҡасҡын»дың ғазаплауҙарына түҙемлеге бөтөп интеккән Гөлсәскә бәләкәй «Ҡасҡын»дың да тәнен яралауын күтәрә алмай, уны күрә алмаҫлыҡ булды.
Ә йәш ас бала көнө-төнө алһыҙ-ялһыҙ иланы. Төндә баланың ярһып илаған тауышына уянып, «ғәзиз балаҡайым», тип ҡулына ала. Ләкин уның «Ҡасҡын» икәнлеген күреп, үҙ балаһынан үҙе сикәнеп, имеҙмәй кире урынына һала. Бер төндө өйҙөң тыныслығына, һиллегенә аптырап, ырғып килеп торҙо ла сәңгелдәктәге балаға ынтылды.
Бәләкәй «Ҡасҡын» иламай, ҡысҡырмай тыныс ҡына ята. Гөлсәскә уны күтәреп алып күкрәгенә ҡыҫты. Баланың һыуыҡ тәне Гөлсәскәнең дә йөрәген боҙ итеп ҡатырҙы. Байтаҡ ваҡыт үткәс кенә ул үҙенең бәләгә тарығанын аңланы. Аҡ йүргәккә төрөлгән балаһын күтәреп, өҫтөнә ағаһы менән Айгизе тыуған көнөнә бүләк иткән зәңгәр күлдәген кейеп, зәңгәр яулығын ябынып, ауыл советы биләмәһе бүлмәһенә барып инде.
- Минең турала полицияға хәбәр итегеҙ. Үҙ баламды үҙем үлтерҙем, - тип илап һығылып төштө. Был хәбәрҙе ишеткән ауыл халҡы йыйылып китте. Тимер бығау һалынған ҡулдары менән балаһын тотҡан Гөлсәскә күренде. Ҡайғылы, хәсрәтле ваҡытында ла ул бик матур, һылыу ине.
Уны күргәс, өлкән йәштәрҙәге бер ағай:
- Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙыр осрай,
Шундай ҡыҙҙар - ят та үл инде...
Ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергәнде
Үҙең күр ҙә, үҙең бел инде..., - тип шиғыр юлдары менән әйтте лә, өҫтәп ҡуйҙы:
- Бигерәк тә матур, бигерәк тә гүзәлһең инде, һылыуым. Тик бәхеткәйҙәрең генә булманы. Түҙемлек, сабырлыҡ теләйем һиңә, балаҡайым.
Гөлсәскәне балаһы менән полиция машинаһы район үҙәгенә алып китте.
Тәфтишсе һорауҙарына ла, суд барышында ла гел генә бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатланы Гөлсәскә.
- Нисек инде үҙ балаңды имеҙмәй үлтергәнһең?
- Ни өсөн икәнен үҙем дә белмәйем. Бәлки шулай кәрәк булғандыр.
- Баланың атаһы кем? Ул ниндәй кеше?
- Ул кеше түгел! Ул - хайуан! Ҡурҡыныс ҡәбәхәт йыртҡыс! – тип ҡысҡырҙы алйыр сиккә еткән ҡатын.
Оҙаҡ йылдар судья булып эшләгән Рәзилә апайҙың ундай хәлгә осрағаны булманы. Аптырап, нисек итеп дөрөҫ хөкөм ҡарары сығарырға ла белмәне.
Суд медицина тикшереүе Гөлсәскәнең аҡылдан яҙғанлығын иҫбатлап ҡағыҙ бирҙе һәм уны нервылары ҡаҡшаған, йәндәре ауырығандар дауаханаһына һалдылар.
Гөлсәскә кәндәр буйы тәҙрәнән күҙен алмай ағаһы менән һөйгәнен көттө. Улар ҡайтыр ҙа, барыһы ла үҙгәрер, өсәүләшеп йәшәрбеҙ, тип өмөт итте.
Бына ауыл осонда бер һалдат күренде. Нурбулат ағаһы ине ул. Уның янында Айгизе юҡ бит. Айгиз мине ғәфү итә алмаған. Мөхәббәтебеҙ хаҡына ул мине аңлар, тип уйлағайным. Нисек инде Айгиз минең яныма ҡайтмаған. Һинһеҙ йәшәй алмайым. Һин - минең мәңгелек мөхәббәтем, тигәйне бит.
Үҙ балаһын үҙе үлтергән кешене кем ғәфү итһен. Ярлыҡау юҡ миңә. Юҡ! Юҡ! Юҡ! Аҡылдан яҙыр сиккә етеп, үҙени ҡайҙа ҡуйырға белмәй илап ебәрҙе. Күңеле таш булып ҡатып бөткән Гөлсәскәнең беренсе тапҡыр илауы ине. Шәп-шәп атлап бүлмә эсендә йөрөнө лә йөрөнө. Арып – талып, һуңғы өмөтө юҡҡа сығыуын аңлап, был донъяла уны йәшәтерлек көстөң ташлап китеүе, сәскә атырға ла өлгөрмәгән беренсе мөхәббәтенең һүнеүе Гөлсәскәне упҡын ситенә алып килде һәм ул, аңы томаланып, шул билдәһеҙлек соҡоронга ҡоланы.
Нурбулат һеңлеһен күрергә дауаханаға килеп инде. Гөлсәскәне аяныс хәлдә күреп, йөрәге өҙөлөп төшә яҙҙы. Үкһеп илап Гөлсәскәне ҡосаҡлап алды. Ләкин Гөлсәскә ағаһын танырлыҡ һәм һөйләшерлек хәлдә түгел ине. Хәҙер ул ысынлап та аҡылынан яҙған ине.
Тоноҡланып ҡалған зәңгәр күҙҙәрен ҡайҙалыр алыҫҡа төбәп ҡарап, өнһөҙ, һүҙһеҙ ултыра бирҙе. Көнө буйы эргәһендә булған ағаһына әйләнеп бер генә лә ҡараманы, хатта уның менән бер бүлмәлә ултырғанын да тойманы. Яҡты донъяла үҙенең иң ҡәҙерле, ғәзиздәрҙән – ғәзиз берҙән-бер һеңлеһен был хәлдә күреү Нурбулатты ныҡ тетрәндерҙе. Гөлсәкәнең тормошо шулай килеп сығыуына үҙен дә ғәйепле һанап, ҡайғырып илап, йөрәгенең әрнеүенә түҙә алмай, керпек тә ҡаҡмай, йоҡоһоҙ төн үткәрҙе.
Ике аҙнанан Айгиз ҡайтты. Икәүләшеп дауаханаға Гөлсәсәккә киттеләр.
Ағаһы янында Айгизде күргән Гөлсәскә ауыр йоҡоһонан уянғандай ҡалтыранып китте. Күҙҙәренә нур ҡайтҡандай булды, гүйә ул фани донъяға кире әйләнеп ҡайтты. Ағайым менән Айгиз ҡайтҡан, тип уларҙы ҡосаҡлап алды. Йүгереп икенсе бүлмәгә сығып китте. Оҙаҡламай зәңгәр күлдәген кейеп, зәңгәр яулығын ҡулына тотоп килеп сыҡты.
Күҙҙе ҡамаштырырлыҡ сағыу гүзәл, һоҡландырғыс һөйкөмлө ине ул был саҡта.
Нурбулат менән Айгиздең ҡыуаныстарының сиге булманы, Гөлсәскә менән һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Бер нисә сәғәттән Гөлсәскә үҙен хәлһеҙләнгәндәй тойҙо. Саҡ ҡына ял итәйем, тип урынына барып ятты. Иртәгә тағы килербеҙ, тип Нурбулат менән Айгиз ҡайтып киттеләр.
Күп төндәрҙе йоҡоһоҙ үткәргән Нурбулат беренсе тапҡыр рәхәтләнеп йоҡланы. Таң әтәстәре ҡысҡыра башлау менән тороп, йәһәтләп кейенеп Гәлсәскә янына ашыҡтылар. Шатлыҡтары күккә ашҡан егеттәр Гөлсәскә бүлмәһенә килеп инделәр.
- Гөлсәскә, һылыуым! – наҙлап өндәште ағаһы.
- Гөлсәскә, һөйгәнем! – тип икеһе ике яҡтан килеп Гөлсәскәнең ҡулдарын тотоп алдылар. Гөлсәскәнең ҡулдары боҙ шикелле булып ҡатҡан ине. Бындай хәлдең булырын баштарына ла килтермәгән Нурбулат менән Айгиз ҡоттары осоп ҡысҡырып, икеһе ике яҡҡа бөгөлөп төштө.
Тауышҡа табип, шәфҡәт туташтары килеп инделәр.
- Ул йоҡлап ятҡанда үлгән. Ә аҡылына килеп, еңеллек кисереүе, ысынбарлыҡҡа ҡайтыуы – үлем алдынан була торған тәбиғи хәл.
Гөлсәскәне һуңғы юлға оҙатырға бар ауыл халҡы, хатта судья Рәзилә апай ҙа килгән ине. Уның сығышы йәшен дә, ҡартын да уйланырға мәжбүр итте: “Гөлсәскә, ысынлап та, матур сәскә. Умырзая сәскәһенә оҡшап, ғүмере ҡыҫҡа ғына булды. Класташтары, күрше-күләндәре, уҡытыусылары һәм ауыл халҡы. Һеҙгә үпкә һүҙем бар. Нисек инде ауыр юғалтыуҙар кисергән, япа-яңғыҙы ҡалған Гөлсәскәгә берегеҙ бер килеп хәлен белеп сыҡмаған, кәңәшен бирмәгән. Уның үлемендә һеҙҙең дә ғәйебегеҙ бар, тип уйлайым. Ә һин, Самат, ни уйланың? Гөлсәскәнең башына төшкән бөтә бәләләр һинән башланды түгелме? Атаһы, әсәһе иҫән булһа, Гөлсәскә менән бындай хәлдәр ҙә булмаҫ ине. Гөлсәскә ҡыҙым, әхирәт донъяһында күңелең ғазапланмаһын, йәш йөрәгең әрнеү-һыҙланыуҙар кисермәһен. Тыныс йоҡла, бәхил бул”, - тине лә күҙ йәштәренә быуылып туҡтап ҡалды.
Айгиз оҫта гармунсы икән. Гөлсәскәһен юғалтыу ҡайғыһын, өҙөлөп һөйгән йәренең үлемен аңы менән аңлаһа ла, йөрәге менән ҡабул итә алмаған Айгиз бөтә кисерештәрен гармун телдәренә һалды. Айгиз гармунда уйнап арыһа, уны Нурбулат алыштырҙы. Икәүләшеп гармунда уйнап, һағыштарына түҙә алмай, илай-илай йырлап таң аттырҙылар.
Гөлсәскәнең өсөн, етеһен, ҡырҡын үткәрергә яңы ғына әрме сафтарынан ҡайтҡан егеттәрҙең ҡулдарынан килмәй ине. Ауыл халҡы йыйылышып ярҙам итте. Айгиз менән Нурбулат башҡаса ауылда ҡала алманылар, сөнки бындағы һәр бер әйбер Гөлсәскәне хәтерләтеп тора. Ҡәберлеккә барып Гөлсәскә менән хушлашып, ҡәберенә умырзаялар ултырттылар һәм илебеҙҙең төнъяғына эшкә сығып киттеләр.
Нурбулат менән Айгиз йыл һайын ҡайтып Гөлсәскә рухына аят уҡыталар, ҡәберенә тағы ла умырзаялар ултырталар. Кемдер умырзаяларҙы йолҡоп алып ташлап китә, үлгәс тә Гөлсәскәгә тынғылыҡ бирмәй. Бер нисә йыл үткәс, ауыл халҡын аптыратырлыҡ ваҡиға булды.Таң атып килгәндә кешеләрҙе йоҡоһонан ҡурҡытып уятҡан тауыш яңғыраны:
- Умырзаяны мин үлтерҙем!
Ауылдың бер осонан икенсе осона тиклем ҡысҡыра-ҡысҡыра берәү үтеп бара. Ҡосағында төбө-тамыры менән йолҡоп алынған бер ҡосаҡ умырзаялар. Ул атлаған һайын умырзаялар ергә ҡойола бара. Бер күреүҙән ҡотоң осорлоҡ имәнес зат. Уны кеше тип әйтергә лә телең әйләнмәҫ. Бәләкәй саҡта башы колониянан, ә аҙаҡтан төрмәнән сыҡмаған бур, кеше үлтереүсе «Ҡасҡын» ине был. Гөлсәскәнең һүҙҙәре ни тиклем дөрөҫ икәнен аңланы уны күргән кеше. Ҡысҡыра-ҡысҡыра үтеп барған «Ҡасҡын»ды нәфрәтле ҡараштары менән ҡарап ҡалдылар кешеләр. Ул ауылдан сығып, урман эсенә инеп юғалды. Шунан бирле уның башҡаса күренгәне булманы. Шул китеүенән ҡабат әйләнеп ҡайтманы. Бер көндө «Ҡасҡын» йәшәгән өй ҙә юҡҡа сыҡты. Өйҙөң янып көлгә әйләнгәнен күреүсе, белеүсе лә булманы.
Ауыл да, тәбиғәт тә хәшәрәт бысраҡтан таҙарынғандай булды. Алһыуланып, ҡыҙарып ҡалҡҡан ҡояш тирә-яҡҡа яҡты, йылы нурҙарын һипте. Ауыл өҫтө, урман, болондар нурға күмелеп, гөлт итеп балҡып китте. Хозур тәбиғәткә йәм өҫтәп, Айгиздең йыры ишетелде:
Үткәндәрҙә ҡалған,
Һүнмәҫ өсөн янған
Хыял уттарыма табынам.
Зәңгәр күлдәк кейгән,
Зәңгәр гөлдәр һөйгән
Зәңгәр күҙле ҡыҙҙы һығынам...
Хикәйә авторы: Роза Ғәббәсова.