Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Апрель , 20:44

Яугирҙың ғаиләһендә оло шатлыҡ!

Бәхетле ғаилә башлығы тыуған яғына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан

Яугирҙың ғаиләһендә оло шатлыҡ!
Яугирҙың ғаиләһендә оло шатлыҡ!

Баймаҡ районында «Һунарсы» позывнойлы МХО яугиры алтынсы тапҡыр атай булған – уның ҡыҙы тыуған. Бәхетле ғаилә башлығы тыуған яғына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Был турала муниципалитет хакимиәте хәбәр итә.

«Һунарсы» дуҫы һәм класташы менән өлөшләтә мобилизацияның тәүге көндәрендә үк МХО-ға китә. Яҡташыбыҙ — «Урал» машинаһы водителе, яуҙаштарына боеприпастар, аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡтар ташый.

«Азамат үҙе лә ишле ғаиләлә үҫкән, хәҙер ҡатыны менән алты бала тәрбиәләй. Был ҡыйыулыҡ, яуаплылыҡ, Тыуған илгә һәм ғаиләгә һөйөү өлгөһө булып тора. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ул яҡындары өсөн көс һәм ваҡыт таба», тип белдерҙеләр район хакимиәтендә. 

 

Фото: Баймаҡ районы хакимиәте 
Автор: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас