ЙӘМҒИӘТ
6 Апрель , 11:09

«Ошо ерҙә йәшәү - үҙе бәхет!»

Бөхтә итеп йыйыштырылған, изгелек менән һуғарылған өйгә килеп ингәс, 90 йәшлек оло юбилейын билдәләгән Рауза Мөхәмәтғәле ҡыҙы ҡапыл өләсәйемде хәтерләтте.  Шундай уҡ ҡупшы фиғел, ағинәйҙәргә хас зауыҡлы кейем, мөләйем йөҙ барыһы ла яҡын һәм таныш. Тәбиғәттең уяныуына һоҡланып, йәш быуынға бәхетле ғүмер теләп, үҙ аяҡтарында атлап йөрөй алғанына шөкөр итеп кенә ултыра ул. Эргәһендә өлтөрәп йөрөгән әле бер ҡыҙы яулығын алмаштырып китә, әле икенсеһе килеп арҡаһынан һөйөп, түшелдереген рәтләй. Тәрән ҡартлыҡҡа етеп, балаларыңдың хәстәрен, ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, наҙлы ҡараштарына төрөнөп йәшәү, ошо түгелме ни бәхет?!

«Ошо ерҙә йәшәү - үҙе бәхет!»«Ошо ерҙә йәшәү - үҙе бәхет!»
«Ошо ерҙә йәшәү - үҙе бәхет!»

Ивановка ауылында донъя көткән Рауза Ураҡова 1936 йылда Ултыраҡ ауылында Ғәйшә һәм Мөхәмәтғәле Ураҡовтарҙың ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. 1930 йылдарҙа башланған респрессия шауҡымы Ураҡовтар ғаиләһен дә урап үтмәй. Ауылда бригадир булып эшләгән Мөхәмәтғәле Солтанғәле улы аслыҡтан йонсоған эшсе ғаиләләргә бер күнәк бойҙай бүлеп биргәне өсөн 1937 йылдың ноябрендә ун йылға иркенән мәхрүм итәләр. Ул бары 1967 йылдың авгусында ғына реабилитациялана. Саялығы, егәрлелеге менән айырылып торған әсәһе Ғәйшә Ишкилде ҡыҙы ауыр һуғыш йылдарында бригадир вазифаһын башҡара.

Ултыраҡ ауылында мәктәп булмау сәбәпле, уҡырға йәше еткән балаларҙы бер өйгә йыйып, белем бирергә тырышалар. Ғаиләһе менән Утарбай ауылына килеп төпләнгәс, Рауза Ураҡова тәүге тапҡыр мәктәпкә уҡырға бара. Шул осорҙағы барлыҡ быуын кеүек, ныҡлап нығынып та өлгөрмәгән үҫмерҙәр иртә менән колхоз эшенә егелә.  Рауза Мөхәмәтғәле ҡыҙы ла тиҫтер иптәштәре менән һауынсы булып хеҙмәт йылдарын башлай. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң бар көстәрен һалып, ең һыҙғанып эшләгән алдынғы алты һауынсыны гөрләп торған «Ленин» исемендәге колхоздың Ивановка ауылындағы үҙәк фермаһына эшкә күсерәләр. Рауза Ураҡова 33 йылдан ашыу намыҫлы хеҙмәт итә, гел алдынғылар рәтендә була. Эшкә шәп, уңған хеҙмәткәрҙе Почет грамоталары, быҙау, сусҡа, аҡ май, иген кеүек әйберҙәр менән йыш бүләкләйҙәр. Үҙенең төп эшенән тыш Рауза Мөхәмәтғәле ҡыҙы колхоз эшселәренә икмәк бешерә, һорағандарға хатта мейесен дә сығарған.

Мәҡәләне тулыһынса гәзиттең 13-сө һанында уҡығыҙ

Автор:Лира Такалова
Читайте нас