Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Апрель , 20:33

Башҡортостанда ҡотороу буйынса хәүефле хәл юҡ!

Ә ЦИПСО ҡотора һәм әүҙемлеген арттыра... 

Башҡортостанда ҡотороу буйынса хәүефле хәл юҡ!
Башҡортостанда ҡотороу буйынса хәүефле хәл юҡ!

Аҙна башында телеграм-каналдарҙа “йән өшөткөс” хәл тураһында билдәле булды. Өфөлә ир ҡыҙҙы педофил-мигранттан яҡлай, һөҙөмтәлә уға “үлтерергә маташыу” статьяһын “эләләр”, ә енәйәтсе язаһыҙ ҡала. “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы факттарҙы тикшергән һәм хәлдең бөтөнләй икенсе икәнлеген асыҡлаған.

“Мигрант”тан башлайыҡ. Каналдарҙа уны йә Оследжон, йә Мастурбек тип атайҙар, ул яуаплылыҡтан ҡасырға маташҡан ситтән килгән кешенең тотороҡло образын тыуҙыра. Ысынбарлыҡта низағта ҡатнашҡан ир-ат – Саҡмағош районында тыуып үҫкән, Рәсәй гражданы. Мигранттар менән бер ниндәй ҙә бәйләнеше юҡ.

Ә эш ни өсөн ҡуҙғатылған? Социаль медиала Романды “үлтереүгә маташыу” өсөн хөкөм итәләр, ә хоҡуҡ һаҡлаусылар балаға ҡарата енәйәтте һанға һуҡмай, тип яҙалар. Был дөрөҫ түгел. Полиция енәйәт эшен тикшерә, әммә ул РФ Енәйәт кодексының 115-се һәм 119-сы статьялары буйынса ҡуҙғатылған (күрәләтә һаулыҡҡа еңелсә зыян килтереү һәм үлтереү менән янау).

Бәлиғ булмағанға ҡарата енси енәйәт һәм таларға маташыу тигән тарих иһә бөтөнләй ялған. Тикшереү үткәрелгән. Ир уның енси урындарына теймәгән һәм телефонын алырға ынтылмаған. Ир ҡыҙға аҙыҡ-түлек магазинына барыуҙы һәм уның икенсе кеше менән булған низағын камераға төшөрөүҙе һораған.

Ҡыҫҡаһы, “полиция яҡлаған мигрант-педофил” юҡ, ни бары көнкүреш низағы.

"Многонационал" тибындағы каналдар факттарҙы аңлы рәүештә үҙгәртә, ҡатнашыусыларҙың береһен мигрант итеп күрһәтә. Бындай ялғандың маҡсаты асыҡ: милләт-ара ыҙғыш ҡуҙғатыу, хоҡуҡ һаҡлау органдарына ышанмаусанлыҡ тыуҙырыу һәм республикалағы хәлде ҡаҡшатыу.

Украина яҡлы телеграм-каналдары ялған таратыуҙан арымай. Был аҙнала, йәнәһе, Стәрлетамаҡта “Башҡортостан сода компанияһы” химия заводында ҙур янғын сыҡҡан тип яҙҙы.

Ярар әле беҙҙең киң мәғлүмәт саралары украина яҡлы каналдарҙың ялғанына юл ҡуйманы һәм мәғлүмәтте Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы аша тиҙ арала тикшерҙе.

Ул көндө Стәрлетамаҡта Техник урамында янғын сыҡҡан. Әммә ул “Башҡортостан сода компанияһы” менән бер нисек тә бәйле түгел. Янғын һүндереүселәр килгәс, ут эштәре ваҡытында пластик һуғарыу ҡоролмаһы янып китеүе асыҡлана. 40 квадрат метр майҙанда сыҡҡан янғын тиҙ арала һүндерелә һәм зыян күреүселәр булмай.

Һуңғы ваҡытта интернетта “ил буйынса малдарҙы күпләп үлтерәләр” тигән тема “популярға” әйләнде. Был тема Башҡортостанды ла урап үтмәй. Был юлы Рәсәйҙә тыйылған Threads социаль селтәрендә күпләп малды юҡ итеү тураһында ялған ролик таралды. Имеш, Стәрлетамаҡ районының Помряскин ауылында һыйырҙарҙы һәм быҙауҙарҙы күпләп һуялар. Баҫмаларҙа хайуандарға препарат ҡаҙайҙар һәм улар “барыһын да тоя” тип раҫлана. Роликтың авторы – Литвала теркәлгән һәм Украина тарафынан финанслаған “Ирекле милләттәр лигаһы” террористик ойошмаһы.

Был мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Башҡортостандың Ветеринария буйынса дәүләт комитетында был имеш-мимеш рәсми рәүештә кире ҡағылды. Ведомство рәйесе урынбаҫары Гүзәл Бронникова Стәрлетамаҡ районында һыйырҙарҙы тартып алыу һәм юҡ итеү үткәрелмәй тип асыҡ белдерҙе.

Әммә карантин тураһында һүҙ ҡайҙан килеп сыҡҡан? Ысынлап та, Помряскинда ул индерелгән, әммә сәбәбе бөтөнләй икенсе. Карантин “ҡотороу” диагнозы раҫланған бесәй арҡаһында билдәләнә. Хайуан һәләк булған. Был стандарт хәүефһеҙлек сараһы, ул урындағы халыҡты ла, малдарҙы ла хәүефле сир таралыуҙан һаҡларға тейеш.

Фейк авторҙары ысынбарлыҡта булған карантинды һәм малдарҙы юҡ итеү тураһында бөтөнләй уйлап сығарылған тарихты яһалма рәүештә берләштерә. Был алым уҡыусыла шок тыуҙырырға һәм нескәлектәргә төшөнмәйенсә ялғанды таратырға мәжбүр итергә иҫәпләнгән.

Ә “Пруфы” баҫмаһы Ишембайҙа, Стәрлетамаҡта һәм хатта Өфөлә ҡотороуға ҡаршы вакцинаның ҡот осҡос етешмәүе тураһында ҙур шау-шыу тыуҙырған материал баҫтырып сығарҙы. Уларҙың әйтеүенсә, халыҡ ҡотороуҙан прививка ала алмай: дауаханаларҙа баш тарталар, трубканы ташлайҙар, яуаплылыҡты Һаулыҡ һаҡлау министрлығына йөкмәтәләр, ә препарат ялыуҙарҙан һуң ғына барлыҡҡа килә һәм ул һәр ваҡыт булмай.

“Фактчекинг по-башкирски” Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына рәсми мәғлүмәт һорап мөрәжәғәт итә. Яуап шундай: төбәктә вакцина бар, поставкалар даими бара, ә бүлеү системаһы препараттың һәр травма пунктында даими булыуын күҙ уңында тотмай. Ул үҙәкләштерелгән һаҡлана һәм медицина тикшереүе һәм эпидемиологик хәлде баһалауҙан һуң билдәле бер осраҡтар өсөн медицина учреждениеларына ебәрелә. Был пациент мөрәжәғәт иткән ваҡытта вакцинаны урында күрмәүе мөмкин тигәнде аңлата, әммә был уның бөтөнләй булмауын күрһәтмәй.

Ишембай дауаханаһы, мәҫәлән, ошо көндәрҙә генә препараттың яңы партияһын алған. Быға тиклем унда поставка март айында булған, киләһе апрелдә үк көтөлә. Бынан тыш, быйыл һатып алыуҙар күләме уҙған йыл менән сағыштырғанда арттырылған, шулай уҡ өҫтәмә рәүештә иммуноглобулин һатып алынған.

Шуны аңлау мөһим: ҡотороуҙан вакцинация “теләк буйынса” түгел, ә күрһәтмәләр буйынса үткәрелә. Табип сир йоҡтороу хәүефе баһаланғандан һуң ҡарар ҡабул итә.

Мессенджерҙарҙа Башҡортостан Башлығының ялған указы таратылды. Унда төбәк предприятиеларының сентябргә тиклем штаттың һанына ҡарап контракт буйынса хеҙмәт итеү өсөн ике-биш кеше һайлап алырға тейешлеге тураһында әйтелә.

Был документ – социаль көсөргәнеш тыуҙырыуға йүнәлтелгән ЦИПСО-ның ялған документы. Уға ҡул ҡуйыу датаһы - 1 апрель. Документтарға теләһә ҡайһы көндә ҡул ҡуйырға мөмкин булһа ла, тап ошо көндә бындай “указ” таратыу аноним тг-каналдарға артабан үҙҙәрен аҡларға мөмкинлек бирә: “был бит шаяртыу ине”. Шулай уҡ Башҡортостан Башлығының рәсми сайтында ошондай текст менән документ юҡ.

Был - бизнес менән власть араһында ышанысһыҙлыҡ тыуҙырыу маҡсатында булдырылған типик ялған. Рәсми сығанаҡтарға ғына ышанырға кәрәк.

Ялған яңы кимәлгә сыға һәм енәйәтселәр паника һәм ялған мәғлүмәт таратыу өсөн дипфейктарҙы йышыраҡ ҡуллана. Был юлы Нефтекама провокация ҡорбаны булды. Социаль селтәрҙәрҙә ҡалала заманса миграция үҙәге булдырыу тураһында мәғлүмәт барлыҡҡа килә.  Ышаныслылыҡ өсөн авторҙар яһалма зиһен ярҙамында булдырылған һүрәттәрҙе беркетә.

Фейкометтар әйтеүенсә, иҫке троллейбус депоһы урынында Һиндостан һәм Төньяҡ Кореянан мең ярым сит ил белгесе ваҡытлыса йәшәһен өсөн комплекс урынлашасаҡ. Проект урындағы предприятиеларҙа кадрҙар дефицитын бөтөрөргә ярҙам итәсәк, тиҙәр.

Был - ялған мәғлүмәт! Миграция үҙәге булмаясаҡ һәм планлаштырылмай.

 

Автор: Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас