Фәнде популярлаштырыусы билдәле шәхес лекция үткәрҙе
Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы Геном үҙәгендә лекторий уҙҙы. Тыңлаусылар алдында билдәле фәнде популярлаштырыусы, журналист һәм мөхәррир Алексей Паевский сығыш яһаны. Осрашыу Рәсәйҙә Фән һәм технологияларҙың ун йыллығына арналған саралар циклын дауам итте. Уның төп бурысы – «Фән эргәлә» федераль программаһына ярашлы алдынғы белем алыу мөмкинлеген тәьмин итеү һәм тикшеренеү эшмәкәрлегенә тотороҡло ҡыҙыҡһыныу булдырыу.
– Фәнни-белем биреү үҙәгенең лекторийы кеүек проекттар киләсәккә эшләй: улар төбәктең технологик суверенитеты өсөн кадрҙар потенциалын һәм интеллектуаль нигеҙ булдыра, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Республикаһының Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.
– Алексей Паевский кеүек билдәле кешеләр менән осрашыуҙар ойоштороу – беҙҙең өсөн мөһим һәм әһәмиәтле ваҡиға, – тип билдәләне БР Фәнни-белем биреү үҙәгенең идара компанияһы директоры Наталия Латипова. – Фәнде популярлаштырыусылар менән йәнле аралашыу йәштәрҙе ғилми эҙләнеүҙәргә илһамландыра һәм белемгә ынтылыш бирә.
Көндөҙ ҡатнаша алмағандар өсөн һылтанма буйынса эфирға яҙылырға мөмкин: https://vkvideo.ru/video-200179636_456240192?t=17s&clckid=d434fd79
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 31 мартта көндөҙгө сәғәт 2-лә Фәнни-белем биреү үҙәге лекторийы сиктәрендә “Фән ваҡыты” проекты продюсеры, Физика һәм математика милли үҙәгенең ғилми етәксеһе урынбаҫары Рәйфә Биткова сығыш яһаясаҡ. Ул ғилми брендты үҫтереүҙең уңыш формулаһы хаҡында һөйләйәсәк. Теркәлеү өсөн ошо һылтанма буйынса үтегеҙ: https://forms.yandex.ru/u/69b7aacd95add5a94418db10/
Белешмә өсөн:
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса илдә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға 25 кампус барлыҡҡа килергә тейеш. Эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 кампус проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа етәсәк.
Өфө вуз-ара кампусы – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу фәнни комплексы, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, скверҙар һәм башҡа төрлө уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар киңлеге.
Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!