Һауа торошона фаразға ҡарағанда, ошо аҙнаның һуңына, 5 апрелгә, ошо сиккә етәбеҙ, тине Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова.
Ләкин йылы биреүҙе туҡтатыу тураһында ҡарарҙы ҡала хакимиәттәре ҡабул итергә тейеш, сөнки төбәктең төрлө урындарында һауа шарттары ныҡ ҡына айырыла, тип билдәләне Радий Хәбиров.
Былтыр Өфөлә йылытыу миҙгеле 21 апрелдә, республикала иһә 12 майҙа тамамланды.