ЙӘМҒИӘТ
28 Март , 10:50

«Һәр бер бала атай-әсәй наҙын тойоп үҫһен», — ти Шәриповтар

Ҙур һәм татыу ғаиләләргә ҡарап һәр саҡ уйлайһың: «Уларҙың  бер-береңә булған иғтибары, аңлаша белеү һәләте ҡайҙан килә икән?», — тиеп. Ысынында иһә – һәр бер ғаилә үҙе бер ҙур дәүләт ул. Һәр  ғаиләнең яҙылған һәм яҙылмаған ҡағиҙәләре бар. Ғаиләне яҡлау, традицион ғаилә ҡиммәттәре ҡағиҙәләрен, төшөнсәләрен балаларға тапшырыу, тәрбиә өсөн яуаплы булыу — иң беренсе атай-әсәй ҡулында. 

«Һәр бер бала атай-әсәй наҙын тойоп үҫһен», — ти Шәриповтар«Һәр бер бала атай-әсәй наҙын тойоп үҫһен», — ти Шәриповтар
«Һәр бер бала атай-әсәй наҙын тойоп үҫһен», — ти Шәриповтар

Тәрбиәле балалар — сәләмәт йәмғиәттең нигеҙе булып тора. Сөнки тап ғаиләлә алып барылған  эҙмә-эҙлекле тәрбиә нигеҙендә генә яуаплы, эшһөйәр, тотороҡло балалар үҫә. Бына шундай ғаилә тәрбиәһенә бик яуаплы ҡараған әсәләрҙең береһе, эшҡыуар Лена Шәрипова хаҡында мәҡәләбеҙ.

—Аҡъяр ауылында Салауат Сәхиулла улы һәм Фәйрүзә Дәүләтша ҡыҙы Нәбиуллиндарҙың ишле ғаиләһендә донъяға килгәнмен. Хәҙер атай-әсәйемдәр икеһе лә мәрхүмдәр инде, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын.  Ғаиләлә апайым Флорида, һеңлем Светлана, ҡустым Юлай бер-бер артлы тыуып, бер-беребеҙгә терәк булып үҫтек. Мәктәпте тамамлағандан һуң хисапсы-экономист һөнәрен үҙләштереп, хеҙмәт юлымды «Киносеть» ойошмаһында башланым. Тормош һәр саҡ үҙ юлы менән бара. Яҙмышымды осратып, Арыҫлан Рәхмәтулла улына кейәүгә сыҡтым. Ғаиләбеҙгә йәм өҫтәп Әхмәтша һәм Арсен улдарыбыҙ, Ләйсән ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Донъя мәшәҡәттәре, замана ынтылышы, ғаилә ихтыяжы булыу сәбәпле үҙ эшемде астым. Шәхси эшҡыуар булараҡ алып-һатыу эше  менән шөғөлләнәм, — тип әңгәмәне башланы ул.

Сит баланы тәрбиәгә алырға һәр кем дә баҙнат итә алмайҙыр. Кеше балаһын ҡарау өсөн, беренсенән, бала йәнле булыу, икенсенән, үтә лә сабыр, өсөнсөнән, үтә лә киң күңелле булыу кәрәктер. Шәриповтарҙың йортонда шул күңел киңлеге, баланы бала итеп ҡабул итә белеү һәм шул уҡ ваҡытта уларға тиң итеп ҡарау күҙгә ташлана.

Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 11-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Зимфира Каскинова
Читайте нас