Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Март , 21:31

Республика халҡын май байрамдарында 6 көн генә ял көтә

Быйыл «май каникулдары» һуңғы һигеҙ йылда иң ҡыҫҡаһы булмаҡсы.

Республика халҡын май байрамдарында 6 көн генә ял көтә
Республика халҡын май байрамдарында 6 көн генә ял көтә

Рәсәйҙә май байрамдары өсәр көнлөк ике осорға бүленә, тиелә Рәсәй хөкүмәтенең 2026 йылда байрам һәм ял көндәре тураһында ҡарарында.

- беренсе ял көндәре (Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы): 1-3 май (йоманан йәкшәмбегә тиклем).

- икенсе ял көндәре (Еңеү көнө): 9-11 май (шәмбенән дүшәмбегә тиклем).

Байрам осоро араһында биш көнлөк (4 майҙан 8-нә тиклем) тулы эш аҙнаһы була. 30 апрель һәм 8 май – байрам алды көндәре, шуға күрә эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡара.

Әйткәндәй, Башҡортостанда йәшәүселәр 27 майҙа (шаршамбы) Ҡорбан байрамы уңайынан тағы бер көн ял итә ала.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-27/zhiteli-bashkirii-v-mayskie-prazdniki-otdohnut-vsego-6-dney-4629393

Автор: Гөлфиә Акулова
Автор:
Читайте нас