Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Март , 15:55

Хөрмәтулла Үтәшев тәүге тапҡыр нисек аҡса эшләгән?

Башымды баҫып өй уртаһында ҡыйыуһыҙ ғына ата ҡаҙ кеүек тыпырҙайым. Ҡунаҡтар геүләп ҡул саба... Ә көй туҡтамай ҙа туҡтамай... 

Хөрмәтулла Үтәшев тәүге тапҡыр нисек аҡса эшләгән?
Хөрмәтулла Үтәшев тәүге тапҡыр нисек аҡса эшләгән?

“Мин алтынсы класта уҡый инем, Фәриғә апайым менән Факил еҙнәм өйләнештеләр. Ҡыш көнө. Уларҙың туйы бара. Мин туйҙы бер ҙә күргәнем юҡ, ә бик күрге килә. Бүрек, бәлтә һәм быйма кейгән килеш, үҫмер бала, ишек төбөндә генә ҡыҙыҡһынып күҙәтәм. Туйҙың икенсе көнө ине, ҡунаҡтар ашап-эсеп туйғандар, бик мәрәкәселдәр ҙә ине – төртмә таҡмаҡтар йырлайҙар. Һарыҡ эсәге менән ҡоҙаларҙы ҡороҡлау менән "ҡурҡытып" ижади номерға наказ алалар...

Бер мәл Хәйҙәр еҙнәм баянда бейеү көйөн уйнап ебәргәйне, Ғафия еңгәм: "Хөрмәтулла ҡәйнеш, әйҙә, төш бейергә!" – тимәһенме! “Бейе” тигәстәр ни, инәлтеп торманым, төштөм бейергә. Уға тиклем кеше алдында, сәхнәлә лә бейегәнем булмағандыр. Шуға башымды баҫып өй уртаһында ҡыйыуһыҙ ғына ата ҡаҙ кеүек тыпырҙайым. Ҡунаҡтар геүләп ҡул сапҡас, ҡыйыулана төштөм. Бер заман арҡамдан һөйөп, бүрегемә, кеҫәмә аҡса ҡыҫтыра башлағастар, түңәрәк буйлап бейергә тотондом. Ҡунаҡтар һамаҡлап, иҙәнгә аҡса һибәләр.

Апайҙарым аҙаҡ көлөп һөйләне: "Был Хөрмәтулла бейеүҙән ҡасан туҡтар икән тип уйлайбыҙ, ә ул башын баҫып алған да бейеүен белә", – тиҙәр. Ә мин нимә инде – көй туҡтамағас, мин дә туҡтаманым. Бейегән һайын аҡса һибәләр, шулай булғас, нисек туҡтамаҡ кәрәк?! Бейеп “эшләп алған” аҡсам 14 һум самаһы булды. Был тәүге гонорарымды шунда уҡ әсәйемә тапшырҙым...”

(Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшевтең “Таштуғайҙың ике батыры” китабынан).

Фото: bashdram.ru

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас