ЙӘМҒИӘТ
26 Март , 08:15

Талантлы уҡытыусы ла, һәүәҫкәр шағирә лә

      Өҫтәлдә ятҡан дәфтәрҙәр өйөмөн бер яҡ ситкә алып ҡуйҙы ла, әле генә шаһит булған иҫ киткес тәбиғәт күренешенә һоҡланыуынан әҫәрләнеп, күңел хистәрен ҡағыҙ битенә шиғри юлдар итеп теҙергә тотондо Ләлә Шәрифйән ҡыҙы. Әле ул яңғыҙы ғына кабинетында, уҡыусылар таралышты. Ошондай һиллектә яҙышырға ярата ул.

Талантлы уҡытыусы ла, һәүәҫкәр шағирә ләТалантлы уҡытыусы ла, һәүәҫкәр шағирә лә
Талантлы уҡытыусы ла, һәүәҫкәр шағирә лә

Әйтер һүҙем башланғыс кластар уҡытыусыһы Ләлә Шәрифйән ҡыҙы Байғужина-Нарбутина тураһында булыр. Ғүмерен балалар уҡытыу- тәрбиәләүгә бағышлаған абруйлы уҡытыусы, күңеле менән һәләтле ижад кешеһе лә ул.

   Хәйбулла районының иң йәмле Йәнтеш ауылы ҡыҙы булып, шиғыр яҙмай ҡара, тип белдерә ул үҙенең түбәндәге шиғырында.

 «Аһ» итерлек хозурлыҡты

Күреп, тойоп, белеп үҫкәнгә,

Йырсы итер, бейеүсе лә,

Әйләндерер һине сәсәнгә.

Тыуған яҡтың ожмах тәбиғәте

Күңелеңдән моңдар ағыҙыр.

Ҡылы итеп йөрәгеңде сиртер,

Телдәреңдән шиғыр тамыҙыр.

   Хисле күңелле ижад кешеһе булыуы талапсан, етди уҡытыусы булыуға ҡамасауламай, киреһенсә, эшендә ярҙам итә. Башланғыс класс уҡыусылары өсөн, дәрестәрҙә ҡулланыу өсөн, төрлө кимәлдәге сараларға шиғырҙарҙы үҙе яҙа Ләлә Шәрифйән ҡыҙы. (эштәрен шәхси сайтында табып ҡарарға мөмкин.)

   Йәнтеш ауылында Хәфизә һәм Шәрифйән Нарбутиндарҙың ишле ғаиләһендә һигеҙенсе бала булып 1971 йылдың 13 мартында донъяға килә ул. Ата-әсәһенән башлап ағай-апайҙарының барыһы ла йыр-моңға ғашиҡ,  кешеләр була. Өйҙәрендә гармун, баян, ҡумыҙ, ҡурай кеүек музыка ҡоралдары, кәштәләр тулы китаптар булыуы ла үҙе күп нимә тураһында һөйләй. Ағайҙары Зөфәр, Әнүәр, Ғүмәрҙе районда танылған йырсы- гармунсы, ғүмүмән, сәхнә кешеләре, тип беләбеҙ. Апайҙары Шәмсикамал, Зөбәйҙә, Мәғүзә лә һәр яҡлап маһир кешеләр булыуы ла кескәй ҡыҙ Ләләгә  бөгөнгө уңыштарына ирешеү өсөн бер маяҡ, өлгө булып торҙолар. Бөтә ғаиләнең күҙ менән ҡашы араһында иркәләнеп тә, әммә сос ҡыҙ булып үҫә мәҡәләм геройы. Мәктәптән һуң Сибай педагогия училищеһын, артабан ситтән тороп З.Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһын уңышлы тамамлай. Хәйбулла районының төрлө мәктәптәрендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләп, бик күп балаларҙы белем серҙәренә өйрәтә, тәрбиә бирә, кластан тыш саралар, түңәрәктәр ойоштороп, уларҙы ижад  донъяһына әйҙәй.

   Яҙмыш ҡушыуы буйынса  биш йыл элек Өфө ҡалаһына күсеп килә. М.Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында уҡыта. Артабан яңы асылған «Ос юғары» Булгаково ауылы мәктәбенә эшкә саҡыралар, бөгөнгө көндә лә һөнәренә тоғро ҡалып, 36-сы  уҡыу йылын дауам итеп эшләп йөрөй ул. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, коллегалары, ата-әсәләр абруйында, балалар һөйөүендә, яуаплы ла, тырыш та, яңылыҡҡа ынтылған, заманса ҡарашлы ижади уҡытыусы булып ҡала.

     Үҙенең класын уҡытыу менән бергә мәктәптең бөтә башланғыс кластарында башҡорт теленән белем бирә. Ләлә Шәрифйән ҡыҙын “ башҡорт теленең, мәҙәниәтенең һаҡсыһы”, тип атарға ла мөмкин. Башҡорт теле дәрестәренә уҡыусылар ҙур теләк менән йөрөй, конкурстарҙа уңышлы ҡатнашалар. Шиғыр, әкиәт конкурстарында йыл һайын уның уҡыусылары призлы урын яулайҙар. Мәктәп, район, республика кимәлендә үткәрелгән башҡорт телендәге саралар, ижади конкурстарҙа Ләлә Шәрифйән ҡыҙы шәхсән үҙе лә, уҡыусылары ла әүҙем ҡатнаша. Уның уҡыусылары 1-се кластан уҡ ҡумыҙ сиртеп, ҡалаҡтар һуғып, башҡортса йырлап, бейеп сығыш яһайҙар. Рус мәктәбендә уҡыған балалар өсөн был һирәк күренеш. Уларға уңған педагог барыһын да үҙе өйрәтә, сөнки ул үҙе лә инструменттарҙа  уйнай, йырлай ҙа, бейей ҙә. Уның патриотик йүнәлештәге класы уҡыусыларының ата-әсәләре балаларының күп яҡлы үҫеше өсөн Ләлә Шәрифйән ҡыҙына рәхмәтле. Тәжрибәле уҡытыусы булараҡ, йәш коллегаларына оло таяныс, кәңәшсе лә ул.

      “Ашҡаҙар” радиоһына саҡырылып тура эфирҙа “ Башҡорт телен уҡытыу мәсьәләләре”  темаһы буйынса һөйләшеүҙә тәжрибә уртаҡлашып сығыш яһай. Уның бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары эшенең һөҙөмтәләре хаҡында һөйләй. Ул төрлө йылдарҙа Хәйбулла һәм Өфө районы районы хакимиәттәренең, мәғариф бүлектәренең  Почет грамоталарына, Рәхмәт хаттарына лайыҡ була. Ләлә Шәрифйән ҡыҙы Өфө районы буйынса « Башҡорт теле уҡытыусыһы- 2025» конкурсы еңеүсеһе,  ә төбәк- ара « Башҡорт теле уҡытыусыһы- 2025»  конкурсында ҡатнашып финалға сыға һәм  балаларҙа башҡорт теленә, әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятып, телһөйәрлек, илһөйәрлек тәрбиәһе биреп, хеҙмәт фиҙаҡәрлеге күрһәткәне өсөн Рәхмәт хатына, « Киске Өфө» гәзитенең махсус призына лайыҡ була. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Рәхмәт хатына ла эйә ул Ләлә Шәрифйән ҡыҙы.

    Мәктәп уҡытыусыһының бөтмәҫ мәшәҡәттәренә өҫтәп, ул йыр- моң менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Булгаково ауылы мәктәбендә башланғыс класс уҡытыусыларынан торған « Сулпан» вокал коллективын ойоштороп ебәрә. Уларҙың әҙ генә ваҡыт эсендә байтаҡ ҡына репертуары тупланған. Мәктәп, район, хатта республика кимәлендә сараларҙа ла сығыш яһап өлгөрәләр. Ләлә Шәрифйән ҡыҙы етәкләгән “Сулпан” вокал төркөмөн тамашасылар яратып өлгөргән, сығыштарын алҡышлап ҡаршы алалар.

    Өлгөр уҡытыусы шулай уҡ балалар вокал төркөмөн дә туплап йыр серҙәренә өйрәтә, улар менән дә йыш сығыш яһайҙар, конкурстарҙа ҡатнашып урындар яулайҙар.

   Ләлә Шәрифйән  ҡыҙы Байғужина- Нарбутина талантлы шиғыр оҫтаһы ла. Башлыса лирик темаға яҙа ул.  “Хәйбулла хәбәрҙәре”, “Йәшлек” гәзиттәрендә, “Ағиҙел” журналында, социаль селтәрҙәрҙә баҫылып сыҡҡан мәҡәләләрен, шиғырҙарын кешеләр яратып уҡыйҙар. “Дала йыры” китап-йыйынтыҡҡа уның шиғырҙары ла индерелгән. Хәйбулла районы һәүәҫкәр яҙыусыларының  «Аҫылташтар» ойошмаһы ағзаһы ла ул. Шулай уҡ Өфө ҡалаһында ойошторолған һәүәҫкәр яҙыусылар осрашыуында ла ҡатнашҡаны бар. Ләлә Шәрифйән ҡыҙының шиғырҙарына тиҫтәгә яҡын йыр ижад ителгән. Танылған йырсы һәм композитор, ауылдашы  Азат Исҡужин, шулай уҡ Айрат Иштанов менән теләктәшлек итеп йырҙар сығаралар. Уларҙы моң һөйөүселәр яратып ҡабул итәләр.

   Ләлә Шәрифйән ҡыҙы актерҙар өсөн кастинг үтеп, башҡорт телендәге   “Һайлау” ҡыҫҡа метражлы нәфис фильмында ла  төшөп өлгөрҙө. Был фильм режиссер Булат Йосоповтың «Ер һүҙе» киномәктәбе сиктәрендә йәш режиссер Азамат Ишемғужин тарафынан төшөрөлдө.  “Һайлау ” фильмында башҡорт телен уҡытыуҙа ата-әсәләр, уҡыусылар алдына килеп тыуған мәсьәләләр күтәрелә һәм фильм республикабыҙ мәктәптәренә  ҡарарға тәҡдим ителеп ебәрелде.

   Бына шундай күп яҡлы талант эйәһе, тәжрибәле  һәм абруйлы уҡытыусы булыу менән бер рәттән өс ҡыҙына әсәй, ике кейәүенә ҡәйнә, бер ейәненә, өс ейәнсәренә яратҡан өләсәй ҙә ул яҡташыбыҙ. Күп һанлы туғандарына ла, дуҫтарына ла йөҙө яҡты, һәр саҡ ишеге асыҡ. Уның янында һәр саҡ йылы мөхит,  күңелдәрҙә өмөт, киләсәккә ышаныс арта, ә бөгөнгө көндәге  бәхетеңдең  ҡәҙерен аңлайһың.

   Йәштәрсә дәртле баҫып, яңынан-яңы пландар менән янып йөрөгән, маҡсатҡа ынтылышлы, һынмаҫ рухлы  Ләлә Шәрифйән ҡыҙы Байғужина- Нарбутинаға киләсәктә лә илһам шишмәгеҙ  урғылып аҡһын, эшегеҙҙән йәм табып, яҡындарығыҙҙың иғтибарында, ихтирамында тағы оҙаҡ йылдар һаулыҡта, именлектә йәшәргә яҙһын! Халҡыбыҙҙың теле, әҙәбиәте, мәҙәниәте һеҙҙең кеүек кешеләр булғанда тағы ла нығыраҡ сәскә атыр, юғалып ҡалмаҫ, тигән ышаныста ҡалабыҙ. Уңыштар һеҙгә!

 

Автор:Лира Такалова
Читайте нас