

Яҙмыш елдәренә бирешмәй, ҡулға-ҡул тотоношоп, оло тормош юлы буйлап ярты быуат бергә үтеү – үҙе ҙур бәхет. Күркәм ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, шул уҡ ваҡытта намыҫлы хеҙмәт итеп, алтын туйға етеү өсөн күпме түҙемлек, мөхәббәт һәм йылылыҡ кәрәк. Аҡъяр ауылында йәшәүсе Салауат һәм Фирҙәүес Абдуллиндарҙың бәхет сере ябай – бер-береңде ихтирам итеү һәм яратыу. Бәхетле ғаиләнең тарихы 1976 йылдың 30 ғинуарында башлана.
Салауат Ғиниәт улы Степной ауылында донъяға килә. Мәктәп йылдарында тик яҡшы билдәләргә өлгәшә. Ябай ауыл малайы белемгә ынтылып, ныҡышмал һәм тырыш булып буй еткерә. 1969-1970 йылдарҙа Германияла хәрби бурысын үтәй. Юғары белем алыу теләге менән баш ҡалаға юллана һәм Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетына уҡырға инә.
Юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлаған, дәрте ташып торған егетте райком комсомол ойошмаһына икенсе секретарь итеп һайлайҙар. Үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәткән тырыш белгесте 1981 йылда яңы асылған Аҡъяр ауылындағы 110-сы һөнәрселек училищеһына директор вазифаһына тәғәйенләйҙәр. Ошо өлкәлә биш йыл хеҙмәт иткәндән һуң, булмышы менән ер кешеһе булған уҙаманды ауыл хужалығы идаралығына эшкә алалар. Салауат Ғиниәт улы райондың үҫеше өсөн күп көс һала, тыуған еренә намыҫлы хеҙмәт итә. Ауыл хужалығы эше ярайһы ғына яйға һалына һәм уны 1986 йылда агроном итеп тәғәйенләйҙәр. Иген культураларын үҫтереүҙә алға китеш була. Бер аҙ ваҡыт «Сельхозхимия» ойошмаһында эшләй, артабан РайПО-ла дөйөм бүлек етәксеһе вазифаһын башҡара. «Әммә тормош аяуһыҙ икән, аҙаҡҡы йылдарҙа төрлө ойошмаларҙың ябылыуы, тормоштоң бер аҙ туҡтап ҡалыуы үкенесле», - тип ең һыҙғанып эшләгән йылдарын һағынып та, әсенеп тә иҫкә ала Салауат Ғиниәт улы. Егәрле ир уҙамандың фиҙаҡәр хеҙмәте бихисап грамоталар, Маҡтау ҡағыҙҙары һәм миҙалдар менән билдәләнгән.
Салауат Абдуллин хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан бик әүҙем тормош алып бара. Махсус хәрби операция башланғандан алып, ирекмәнлек эше менән актив шөғөлләнә. Селтәр үреү өсөн станоктар ҡора, материалдарҙы ҡырҡыуҙа һәм башҡа эштәрҙә ҡатнаша. «Һалдаттарға ярҙам итеү – барыбыҙҙың да изге бурысыбыҙ», ти ул. Ауылдаштары, яҡындары ла Салауат Ғиниәт улын тынғыһыҙ, һәр яҡтан булдыҡлы, маһир, эшһөйәр булараҡ беләләр. Был ысынлап та шулай, ул ихатаһында үҙ ҡулы менән барлыҡ кәрәк-яраҡ эшләү, йүнәтеү өсөн ҡорамалдар йыйған. Бар һөнәргә лә оҫта ир ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙең йомошон да кире ҡаҡмай, ҡулынан килгәнсә булышлыҡ күрһәтә. «Ҡул ҡаушырып тик ултырырға яратмайым, шуға күрә һәр ваҡыт нимәлер өйрәнергә тырышам. Кәрәкһә электр селтәрен дә монтажлайым, төҙөлөш эштәрен дә башҡарам. Бал ҡорттары тотоп, ярайһы уҡ тәжрибә тупланым. Хәрәкәттә - бәрәкәт тигәндәй, гел дә үҙемә бер шөғөл уйлап табам», - ти Салауат Ғиниәт улы. Шулай уҡ ул Аҡъяр ауыл Советына, район Советына депутат итеп һайлана. Вазифаларҙы лайыҡлы үтәп, райондаштары араһында ихтирам һәм абруй ҡаҙана.
Фирҙәүес Искәнйәр ҡыҙы Абдуллина Аҡъяр ауылында донъяға килгән. 10-сы класты тик яҡшы билдәләргә тамамлаған ҡыҙ Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. 1976 йылда уны уңышлы тамамлай һәм хеҙмәт юлын Өфө ҡалаһының дауаханаһында башлай. Бер йылдан һуң тыуған яғына ҡайта һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында балалар табибы булып эшләй.
Табип – иң мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе. Ауырыу кешенең аһ-зарын тыңлап, уның хәленә керә белеү өсөн күңел нескәлеге кәрәк. Кеше ғүмере өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алып, күпме көс, сабырлыҡ талап ителә. Фирҙәүес Искәнйәр ҡыҙы балалар табибы һөнәрен һайлағанға бер ҡасан да үкенмәй. Үҙ эшендең һөҙөмтәһен күреү, кескәйҙәрҙең көләс йөҙөн, шат тауышын, ата-әсәйҙәрҙән рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү күңеленә ҡәнәғәтлек килтерә. Изге йөрәкле табип ауырыуҙы дауалау буйынса файҙалы кәңәштәрен бирә, һәр пациентына йылы һүҙен дә, иғтибарын да, ваҡытын да йәлләмәй. Ваҡытында дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итеүе, фәһемле кәңәштәр биреүе менән коллегалары араһында хөрмәт һәм ихтирам яулай ул.
Фирҙәүес Абдуллина 40 йылға яҡын изге һөнәренә тоғро ҡала һәм лайыҡлы хеҙмәт юлы үтә. Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары һәм Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә ул. «Хеҙмәт ветераны», Почетлы медицина хеҙмәткәре исемдәренә лайыҡ була.
Фирҙәүес Искәнйәр ҡыҙы эшендә генә тырыш хеҙмәткәр түгел, ә тормош иптәшенә һөйөклө ҡатын, уңған хужабикә, балаларына ҡәҙерле әсәй, ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан өләсәй-ҡәртәсәй ҙә. Ҡыҙҙары Лилиә Салауат ҡыҙы Аҡъярҙың 2-се һанлы мәктәбендә уҡытыусы һәм завуч вазифаһын башҡара, улдары Слава ла ошо уҡ мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. Абдуллиндарҙың улдары Илнур автомастерскойҙа эшләй, тормош иптәше Альбина менән ике бала тәрбиәләйҙәр.
Туған йәнле, ярҙамсыл, дуҫ-иштәре менән аралашып йәшәгән Абдуллиндар йортонан бер ҡасан да кеше өҙөлмәй. Ике яҡтың да туғанлыҡ етпәрен ныҡлы һаҡлап, ҡатышып йәшәйҙәр. Уларҙың йәмле йорт-ихатаһында бөхтәлек һәм таҙалыҡ хөкөм һөрә. Йәйен ишек алдын төрлө сортлы сағыу сәскәләр биҙәһә, өйҙә тәҙрә төптәрендә матур гөлдәр шаулап үҫә. «Ҡош-ҡортон да күпләп тотабыҙ, баҡса тултырып емеш-еләк, йәшелсә үҫтерәбеҙ. Үҙеңдеке файҙалы ла, экологик яҡтан таҙа ла», - ти уңғандар. Ауыл биләмәләре араһында үткәрелгән «Ветеран ихатаһы» конкурсында ҡатнашып беренселекте алғандар.
Фирҙәүес Искәнйәр ҡыҙының олоғайған әсәһен Ғәфүрә инәйҙе лә үҙ яндарына алып, матур итеп тәрбиәләп ҡарайҙар. Ул ғүмер буйы Аҡъяр һаҡлыҡ банкында бухгалтер булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтен тойоп йәшәгән, оҙон ғүмерле инәй 95 йәшендә лә асыҡ зиһенле, яҡшы хәтерле булған.
«Тормош гел һин теләгәнсә ыңғай бармай шул, ауыр ваҡыттары, ҡыуаныс-шатлыҡтары менән бергә үрелеп бара. Үҙ-ара аңлашып, бер-береңде ғәфү итеп, килешеп йәшәй белһәң генә донъя йәмле», - ти ғаилә башлығы.
Иңгә-иң терәшеп 50 йыл бергә татыу ғүмер юлы үткән Абдуллиндарҙың алдағы көндәре гел ҡыуаныс-шатлыҡтар менән үтһен. Артабан да уларға ныҡлы һаулыҡ, парлы оҙон ғүмер юлы, уңыштар һәм ғаилә именлеге теләйем.