ЙӘМҒИӘТ
24 Марта , 10:01

Дәүләт Думаһында өс йәшкә тиклемге балаларҙың әсәләренә ҡағылышлы закон проекты

Дәүләт Думаһы 24 мартта өс йәшкәсә балаһы булған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн һынау ваҡытын тыйыу тураһында закон проектын ҡарай. Был хаҡта парламент спикеры Вячеслав Володин белдерҙе.

Дәүләт Думаһында өс йәшкә тиклемге балаларҙың әсәләренә ҡағылышлы закон проектыДәүләт Думаһында өс йәшкә тиклемге балаларҙың әсәләренә ҡағылышлы закон проекты
Дәүләт Думаһында өс йәшкә тиклемге балаларҙың әсәләренә ҡағылышлы закон проекты

Тәҡдим ителгән нормаларға ярашлы, эш биреүселәрҙең өс йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн һынау ваҡыты тураһында шартты хеҙмәт килешеүенә индерергә хоҡуғы юҡ. Закон ҡабул ителгән осраҡта 2026 йылдың 1 сентябрендә көсөнә инергә тейеш.

«Үҙгәрештәр декрет ялынан һуң профессиональ эшмәкәрлеккә тотонған йәш әсәләрҙең хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлай», — тине Вячеслав Володин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-23/v-gosdume-rassmotryat-zakonoproekt-kasayuschiysya-mam-detey-do-tryoh-let-4624532

Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков
Автор:
Читайте нас