Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Март , 15:32

Һорауҙарыңды бир һәм яуап ал!

Сараға барғанда үҙең менән шәхесте раҫлаусы документ булырға тейеш.

Һорауҙарыңды бир һәм яуап ал!
Һорауҙарыңды бир һәм яуап ал!

23 – 28 мартта Башҡортостанда Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе күрһәтеүҙең күп функциялы үҙәге бүлексәләрендә “Асыҡ ишектәр көнө” үткәрелә. Сара физик шәхестәрҙең үҙ килеменә декларация биреү кампанияһы барышында ойошторола.

Рәсәй Федераль һалым инспекцияһының Башҡортостан буйынса бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре физик шәхестәрҙең килеменә һалымды (НДФЛ) иҫәпләү һәм түләү тәртибе, 3 НДФЛ формаһы буйынса физик шәхестәр килеменә декларацияны тапшырыу бурысының барлығы йәки юҡлығы, 3 НДФЛ-дың электрон төрө һәм башҡалар тураһындағы һорауҙарға яуап бирә.

Сара барышында һалым органдары белгестәре декларацияны тултырырға һәм Рәсәй Федераль һалым интернет-хеҙмәтенең “Физик шәхестәр өсөн шәхси кабинет” булышлығында  ебәрергә ярҙам итә. Үҙең менән шәхесте раҫлаусы документ булырға тейеш.

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең сайтында акция үткәреләсәк күп функциялы үҙәк бүлексәләренең исемлеге бирелгән. Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостандағы бүлексәһенең “ҡыҙыу бәйләнеше” (+7(347)215-10-70 (өҫтәмә: 55-55) буйынса белергә мөмкин.

Сығанаҡ, фото: Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостандағы бүлексәһе.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 

Автор: Айһылыу Низамова
Автор:
Читайте нас