Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Март , 16:36

Аҡһаҡалға - 90 йәш

Аҡъяр ауылында йәшәүсе Бейешев Ҡазихан Бикмөхәмәт улы 90 йәшен билдәләй бөгөн!

Аҡһаҡалға - 90 йәш
Аҡһаҡалға - 90 йәш

Аҡъяр ауылында йәшәүсе Бейешев Ҡазихан Бикмөхәмәт улы 90 йәшен билдәләй бөгөн!

 

Сығышы менән Ырымбур өлкәһенән булған Ҡазихан Бикмөхәмәт улы өйләнгәс, дуҫының саҡырыуы буйынса Хәйбулла районына килеп төпләнә. Хеҙмәт юлын райкомда башлай. Артабан инде оҙайлы хеҙмәт йылдары барышында Ҡазыхан Бикмөхәмәт улы май заводы директоры, район профсоюзы етәксеһе һәм башҡа етәксе вазифаларҙа эшләй.
Вәҙиғә Зәкәрей ҡыҙы менән алтмыш биш йыл бергә тормош һуҡмағынан атлай улар. Улдары Ринат йәшләй генә фажиғәле рәүештә вафат булып ҡала, ҡыҙҙары Вәсилә табип һөнәрен үҙ итеп, бөгөн инде үҙе лә бәхетле өләсәй булып, ата-әсәһенең терәк-таянысы булып тора.
Тәбиғәте менән ул намыҫлы, тоғро, аҙ һүҙле кеше һәм яҡшы тормош иптәше, ти юбиляр хаҡында уның тормош юлдашы. Шул етдилеген олатай бөгөн дә юғалтмаған. Иңгә-иң терәшеп, яҡындарының уңыштарына шатланып бәхетле ҡартлыҡ кисерә улар. Сәләмәтлек, именлек, рух ныҡлығы уларға!

 

Сығанаҡ: район хакимиәте

Автор:
Читайте нас