Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Март , 22:36

Өфө янында "маугли" ҡыҙҙы тапҡандар...

Уға 11 йәш, уның хатта тыуыу тураһында таныҡлығы ла юҡ, бер тапҡыр ҙа мәктәпкә лә бармаған...

Өфө янында "маугли" ҡыҙҙы тапҡандар...
Өфө янында "маугли" ҡыҙҙы тапҡандар...

Өфө районындағы ауылда шундай ғаилә йәшәй.

Ауылдаштары һөйләүенсә, был ғаиләлә  туғыҙ бала үҫә, урамда үҙҙәрен тәртипһеҙ, бәйһеҙ тоталар, уларҙан башҡа балалар шөрләп тора икән. Әсәйҙәре уларҙы тәрбиәләү менән шөғөлләнмәй, ә аталары айырым йәшәй.

Ғаиләнең даими килеме юҡ. Ирекмәндәр, изге күңелле күршеләре аҙыҡ-түлек, кейем-һалым менән ярҙам итештерә.

Был хәл социаль селтәрҙәрҙә киң таралыу алғас, Башҡортостандың Тәфтиш комитеты уны иғтибарға алған, аа-әсәнең яуапһыҙлығы тураһында енәйәт эше асылған. Прокуратура был ғаиләнең ни өсөн ошондай хәлдә йәшәүен тикшергәс, хәлгә асыҡлыҡ инер.

Фото: Честный репортаж/Соц.сети.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:
Читайте нас