2026 йылдың февралендә Башҡортостанда тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә ҡулланыу хаҡтары 0,69 процентҡа артҡан. Ғинуарҙа инфляция 1,18 проценттан һуң әкренәйҙе, тиелә “Росстат” мәғлүмәттәрендә.
Башҡортостанда аҙыҡ-түлек тауарҙары бер айҙа - 0,74 процентҡа, аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙар 0,27 процентҡа ҡиммәтләнгән, хеҙмәттәр хаҡы 1,18 процентҡа артҡан. Волга буйы федераль округында инфляция февралдә 0,68, ғинуарҙа 1,66 процент тәшкил итте. Дөйөм алғанда, илдә инфляция ғинуарҙа 0,73 процент тәшкил итте. Аҙыҡ-түлек 0,84 процентҡа ҡиммәтләнде, аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙарға хаҡ 0,28 процентҡа, ә хеҙмәтләндереүгә 1,1 процентҡа артты.
Фото: социаль селтәрҙән.
Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan