Түбәндәге хәлгә ышанырғамы, юҡмы ...
Хәйбулла районында туристар урманда ер өй тапҡан, унда уҙған йылдың көҙөнән алып цивилизациянан китергә булған ике ҡатын йәшәгән. Улар ҡая эргәһендә йорт йыһазландырған, мейескә утын яғып, йылғанан һыу ташып, сәғәт һәм ҡояш батареяһы менән генә файҙаланып көн иткән.
Ер өйҙә бер нисә бүлмә барлығы билдәле. Уларҙың береһендә ҡатындар туҡтауһыҙ ғибәҙәт ҡылған. Ҡатындарҙың береһе – Краснодар өлкәһенән, икенсеһе – Орск ҡалаһынан.
Аҙна көндәрен улар ҡулдан һанап, барыһын да дәфтәргә яҙып барған. Туристар менән осрашҡанда уларҙың бер тәүлеккә яңылышҡандары, йәғни “иртәгәһе көн” менән йәшәгәндәре асыҡланған.
Ҡотҡарыусылар уларҙы Орскиға алып киткән, әлегә хәлдең дауамы билдәһеҙ.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!