Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Март , 14:50

Һөйөүгә, үҙ-ара хөрмәткә ҡоролған тормош

Педагог, эшҡыуар һәм “Әсәлек даны” миҙалы хужаһы – быларҙың барыһы ла Октябрьскийҙан Гөлназ Шәрипова тураһында. Әммә иң тәү сиратта ул – тәрбиәне юғары сәнғәткә әүерелдергән алты бала әсәһе. Уның өсөн ғаилә көнкүреше – төп капиталы һөйөү булған предприятие. 

Һөйөүгә, үҙ-ара хөрмәткә ҡоролған тормош
Һөйөүгә, үҙ-ара хөрмәткә ҡоролған тормош

Хәҙерге карьера баҫҡыстары һәм иҫәптәге һандар менән баһаланған донъяла Гөлназ Шәрипованың тарихы ысын тәғәйенләнешкә гимн кеүек яңғырай. Педагог, эшҡыуар һәм “Әсәлек даны” миҙалы хужаһы – быларҙың барыһы ла Октябрьскийҙан Гөлназ Шәрипова тураһында. Әммә иң тәү сиратта ул – тәрбиәне юғары сәнғәткә әүерелдергән алты бала әсәһе. Уның өсөн ғаилә көнкүреше – төп капиталы һөйөү булған предприятие.

Гөлназ өсөн һәр бала – быуынды дауам итеүсе генә түгел, уникаль “проект” та. “Һәр балабыҙ – үҙенең тәғәйенләнеше булған проект. Был бигерәк мауыҡтырғыс, сөнки һәр береһе үҙенсәлекле. Ҡарайһың да бер нимәне башлайһың, икенсеһен... Нимәлер килеп сыға, нимәлер бигүк түгел, әммә һәр осраҡта ла был шәп”, - ти Гөлназ.

Өлкән улдары аяғында ныҡлы баҫып тора. Денис – комапанияла ғаилә эшен дауам итеүсе, Данил – алтын миҙал хужаһы, буласаҡ фән әһеле һәм спорт мастерлығына кандидат. Динана менән Элина – ғаилә грацияһы һәм тауышы. Тәүгеһе гиснастикала үрҙәр яулай, икенсеһе – сәхнәлә. Биш йәшлек Радмир яңы спорт һарайының боҙон “өйрәнә”. Ә бәләкәй Амелияға – ярты йәш кенә. Һәм ул – өйҙөң төп йәме.

Гөлназға Һамар дәүләт педагогия университеты дипломы һәм тәжрибәһе психологик йәһәттән ныҡлыҡ килтерә. Был сифаттар тормошта, эшҡыуарлыҡта һәм әсәлектә кәрәк була. Бөгөн Шәриповтарҙың ныҡлы ғаилә тандемы: “Добрино” төҙөлөш кәрәк-яраҡтары үҙәге һәм тағы улар гидроизоляция материалдарын етештерә. Әле лә, ҡыҙына биш йәш кенә булһа ла, Гөлназ хеҙмәтен ташламай, арауыҡта эшләй. Ғаилә башлығы Руслан Мирхәд улы менән көмөш туй - 25 йыл бергә йәшәүҙәрен билдәләгәндәр. Үҙе тураһында да онотмай Гөлназ. Бассейн, йүгереү, бейеү, әле – көс күнекмәләре.

Шәриповтарҙың тормошо – ул графиктар, бизнес-пландар ғына түгел, йыл һайын Яңы йылда бергә фотоға төшөү, Өфөгә вокаль конкурстарҙа ҡатнашыу, эргәлә генә Боҙ һарайының төҙөлөүенә ҡыуаныс та. Хәҙер улдарының боҙҙағы уңыштарын күрергә була.

Шәриповтарҙың тормошона ҡарайһың да, күп балалы ғаиләнең үҙ-ара хөрмәттә, һөйөүҙә, тәртиптә төҙөлгән тотош система икәнлеген аңлайһың.

Әлфиә ӘҺЛИУЛЛИНА /“Башинформ”: //www.bashinform.ru/news/social/2026-03-15/serdtse-bolshogo-doma-gulnaz-sharipova-o-lyubvi-detyah-i-serebryanoy-svadbe-4613600

Фотолар: Шәриповтарҙың ғаилә архивынан.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

Автор: Айһылыу Низамова

Һөйөүгә, үҙ-ара хөрмәткә ҡоролған тормош
Һөйөүгә, үҙ-ара хөрмәткә ҡоролған тормош
Һөйөүгә, үҙ-ара хөрмәткә ҡоролған тормош
Автор:
Читайте нас