Сарала Хәйбулла районы хакимиәте вәкилдәре, «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Хәйбулла районы филиалы социаль координаторҙары, яугирҙарҙың әсәләре, ғаилә ағзалары һәм яҡындары ҡатнашты.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ил алдындағы бурыстарын намыҫлы үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең яҡындарына үлгәндән һуң лайыҡ булған Батырлыҡ ордендарын, «Суворов» һәм «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалдарын тапшырҙы.