Башҡортостанда дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон төргә күсереү дауам итә. Дәүләт сервистарын һанлаштырыу “Мәғлүмәттәр иҡтисады” милли проектының өҫтөнлөклө бурысы булып тора, тип хәбәр итәләр республика дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығында. Шулай итеп, төбәк Дәүләт хеҙмәттәре порталында көндәлек мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн 18 тормошсан ситуация урынлаштырылған, шуларҙың 12-һе - 2025 йылда уҡ. Портал аша иң көнүҙәк мәсьәләләр буйынса ярҙам алырға мөмкин: балалы ғаиләләргә һәм МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам саралары, һаулыҡ һаҡлау, балалы ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам, “Салют” үҙәгендә инвалид балаларҙы реабилитациялау.
— Тормош хәлдәрен сисеү өсөн тәғәйенләнгән электрон хеҙмәт - Дәүләт хеҙмәттәрен үҫтереүҙең яңы форматы. Был ҡулланыусылар өсөн уңайлы, сөнки бөтә мәғлүмәт бер урында тупланған һәм теге йәки был хәлгә бәйле күпселек һорауҙарға яуап бирә.
Мәҫәлән, “МХО ҡатнашыусыларына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам саралары” сервисында был мәсьәләләр менән бәйле бөтә мәғлүмәт, күрһәтмәләр һәм электрон хеҙмәттәр тупланған. Ә порталға инеүселәр һаны йылына 600 меңдән ашыу - был форматтың кәрәклеге хаҡында һөйләй, - тип хәбәр итә Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
Һәр тормош хәле ярҙам төрөн һәм тейешле тематика буйынса белешмә мәғлүмәтте берләштерә. Система ғариза биреүсенең профиленән мәғлүмәттәрҙе автомат рәүештә тултыра, шуға күрә уларҙы айырым рәсмиләштереүгә ҡарағанда еңелерәк һәм тиҙерәк. Ошондай уҡ формат Федераль дәүләт хеҙмәттәре порталында ла үҫешә, бөтәһе 70 ошондай сервис урынлаштырылған. Улар кеше тормошондағы төп ваҡиғаларҙы үҙ эсенә ала — уҡыу йорттарына инеүҙән һәм ғаилә ҡороуҙан алып торлаҡ төҙөүгә һәм мутлашыусыларҙан һаҡланыуға тиклем.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!