Ветеринария өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Хәйбулла районы ветеринария станцияһы начальнигы Ишмырҙа Баймырҙин күптән түгел «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ветеринар табибы» маҡтаулы исеменә лайыҡ булды. Ишмырҙа Баймырҙа улы 50 йылға яҡын Башҡортостан Республикаһының ветеринария хеҙмәтендә эшләй. Уның етәкселегендә Хәйбулла ветеринария станцияһы 20 йылдан ашыу райондың эпизоотик именлеген тәьмин итә, был төбәктең ауыл хужалығы өсөн мөһим ҡаҙаныш булып тора. Маҡтаулы исем алыуы айҡанлы Ишмырҙа Баймырҙа улы менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
–Ишмырҙа Баймырҙа улы, үҙегеҙ менән яҡындан таныштырып үтһәгеҙ ине.
–1960 йылдың 4 июлендә Байғусҡар ауылында 6 бала араһында иң өлкәне булып донъяға килгәнмен. Атайым ғүмер буйы колхозда шофер булып эшләне. Намыҫлы хеҙмәте өсөн Халыҡтар дуҫлығы һәм «Почет билдәһе» ордены менән наградланды. Әсәйем төрлө эштәрҙә эшләне. Бала сағым тиңдәштәрем менән бергә уйнап, йәйгеһен балыҡ тотоп, һыу төшөп, ҡышҡыһын саңғы, сана шыуып үтте. Буш ваҡыттарымда китап уҡый, киноға йөрөй инек. Ғаиләлә иң өлкәне булараҡ, йорт тирәһендәге эш күберәк миңә эләкте. Ҡулыбыҙҙан килгәнсе атай-әсәйгә ярҙам иттек. 8-се класты тамамлағас, Стәрлетамаҡ совхоз-техникумына ветеринария бүлегенә уҡырға индем. Армияла хеҙмәт иткәндән һуң, ситтән тороп Троицк ветеринария институтын тамамланым.
–Ә ни өсөн ветеринар һөнәрен һайланығыҙ?
–Бала саҡта агроном булып, иген үҫтерергә хыяллана инем, сөнки ул ваҡытта агроном абруйлы һөнәр һаналды. 1975 йылда Байғусҡар 8 йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, ветеринарҙар етмәү сәбәпле, колхоз идаралығы йүнәлтмә биреп, Стәрлетамаҡ совхоз-техникумына уҡырға ебәрҙе. Техникумда төплө белем бирҙеләр. Уҡытыусылар ҙа көслө, тәжрибәле булды. Башҡорт мәктәбен тамамлағас, башта рус теле ауыр бирелде. Һуңынан өйрәнеп киттем. Был осорҙа әгәр ҙә ауылда 11 йыллыҡ мәктәп булһа, тура институтҡа барған булыр инем. Техникумды яҡшы билдәләргә тамамлағас, институтҡа инергә йүнәлтмә бирҙеләр. 1979 йылдың 1 мартында Калинин исемендәге колхозда ветеринар-фельдшер булып хеҙмәт юлымды башланым. Яҙ көнө армияға алындым. 1981 йылдың июнь айында Калинин исемендәге колхозға баш ветеринар-табип итеп эшкә саҡырҙылар. Шул ваҡыттан бөгөнгәсә һайлаған һөнәремә тоғромон. 47 йыл эсендә ветеринар-фельдшер вазифаһынан башлап, район ветеринария станцияһы начальнигына тиклем намыҫлы хеҙмәт юлы үттем.
–Әле коллективта нисә кеше эшләй? Төп бурысығыҙ нимәгә йүнәлтелгән?
–Бөгөн район ветеринария хеҙмәтендә 32 белгес эшләй.Үкенескә күрә, ҡыҫҡартыуҙарбеҙҙе лә урап үтмәне һәм ветеринарҙарға йөкләмә артты. Бер белгескә 3-4 ауыл тура килә. Беҙ хайуандарҙың бөтә ауырыуҙарын иҫкәртеү менән шөғөл-ләнәбеҙ, тикшереүҙәр, вакцинация, дауалау үткәрәбеҙ. Бынан тыш, ит продукцияһына ветеринар оҙатыу документтарын әҙерләйбеҙ. Төп бурысыбыҙ –мал ауырыуҙарының таралыуына юл ҡуймау, өҫтәлдә сифатлы аҙыҡ-түлек булыуын хәстәрләү. Бөгөн мәктәптең сығарылыш уҡыусылары ветеринар һөнәрен аҙ һайлай. Киләсәктә был өлкәлә белгестәр һаны кәмеүе мөмкин. Шуға күрә йәштәрҙең бик кәрәкле булған мал табибы һөнәрен һайлауҙарын теләйем.
–Ветеринар һөнәрен һайлағанға үкенмәйһегеҙме?
–Эштең еңеле булмай. Беҙҙең һөнәр бик яуаплы. Тәү сиратта малдар сәләмәтлеген ҡайғыртаһың, сөнки күп ауырыуҙар йорт хайуанынан кешегә йоға. Ауыл ерендә күпселек халыҡ мал аҫрап көн күрә. Һүҙ менән әйтә алмаған хайуандың ауырыуын билдәләп, дөрөҫ диагноз ҡуйыу һәм дауалау мөһим. Дөрөҫ дауаламаған осраҡта малдың һөтө кәмеүе йәки һәләк булыуы бар. Һуңғы йылдарҙа күҙәтеүҙәрем буйынса ныҡ ауырыған малды шәбәйтһәм, үҙемдә 2-3 көн еңелек тоям, сөнки малдың аураһы яҡшы, хайуан һөйләшә белмәһә лә шул рәүешле рәхмәтен белдерәлер тип уйлайым. Ветеринар һөнәрен һайлағанға бер ҙә үкенмәйем. Ике тапҡыр ҙур хужалыҡ, дәүләт хеҙмәтендә етәксе вазифаларын тәҡдим итһәләр ҙә баш тарттым. Ғүмерем буйына ветеринар һөнәренә тоғро ҡалдым. Хеҙмәт кенәгәмдә бары ике генә яҙыу. Береһе Калинин исемендәге колхозда, икенсеһе Хәйбулла ветеринар станцияһында. Әле яңынан һөнәр һайларға тура килһә лә ветери-
нария буйынса китер инем. Яратып башҡарған эшемдең бар нескәлектәрен өйрәткән остаздарыма рәхмәтлемен.
Мәҡәлә тулыраҡ гәзитебеҙҙең 10-сы һанында.