Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Март , 11:54

Лотерея миллионерын эҙләйҙәр

“Милли Лотерея” 8 Мартҡа арналған байрам тиражында 1 миллион һум отҡан яҡташыбыҙҙы эҙләй. Байрам билетын алған булһағыҙ йәһәт кенә тикшереп ҡарағыҙ әле. Бәлки, һеҙ миллионерҙыр!

Лотерея миллионерын эҙләйҙәр
Лотерея миллионерын эҙләйҙәр

“Милли Лотерея” 8 Мартҡа арналған байрам тиражында 1 миллион һум отҡан яҡташыбыҙҙы эҙләй. Отош уҙған йәкшәмбелә Беренсе канал эфирында уйнатылған.

Еңеүсе һаман отошто теркәү өсөн компанияға мөрәжәғәт итмәгән.

“Беҙ Башҡортостанда йәшәүселәрҙе үҙҙәренең лотерея билеттарын иғтибар менән тикшереп сығырға, шулай уҡ яҡындарына ошо хаҡта иҫтәренә төшөрөргә саҡырабыҙ. Йыш ҡына билетты бүләккә йәки осраҡлы ғына һатып алалар, ә һуңынан һалып ҡуялар. Тап ошондай ҙур отоштар хужаһын оҙаҡ ҡына көтә”, — тип белдерҙеләр дәүләт лотереяһының матбуғат хеҙмәтендә.

Сығанаҡ ҙәм фото: "Башинформ"

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

Автор: Карима Усманова
Автор:
Читайте нас