Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Март , 11:17

«Бергә үткән ғүмер үҙе ҙур бәхет», – ти Моталовтар

-

«Бергә үткән ғүмер үҙе ҙур бәхет», – ти Моталовтар
«Бергә үткән ғүмер үҙе ҙур бәхет», – ти Моталовтар

Йәнтеш ауылынан 50 йыл бергә ғүмер һуҡмағынан атлаған Зәйнетдин һәм Фирүзә Моталовтар –  өлгөлө ғаиләләрҙең береһе. Етмеш йәштәрен артмаҡлауҙарына ҡарамаҫтан, шат күңелле, көләс йөҙлө пар әле лә бер-береһенең күҙҙәренә генә ҡарап тора.

Моталовтарҙың ғаиләһе 1976 йылдың 5 апрелендә барлыҡҡа килгән. “Тормош иптәшем йәш саҡтан оҫта гармунсы булды. Мине лә гармун уйнап үҙенә ҡаратып алды. Уның менән тормошомдо бәйләгәнгә бер ҙә үкенмәйем. Ирем яҡшы ғаилә башлығы, балаларына хәстәрлекле атай”, – тип йылмая Фирүзә Ҡыям ҡыҙы.
Зәйнетдин Нурый улы Йәнтеш ауылында 1957 йылдың йәмле июнь айында донъяға килгән. Ауыл мәктәбендә 8-се класты тамамлағандан һуң, Аҡъярҙа училищела тракторист һөнәрен үҙләштерә.

–Беҙҙең быуын бәләкәйҙән эшләп үҫте. Йәйге каникулда “Ҡыҙыл байраҡ” колхозында эшләнем. Тырматыуҙа ҡатнаштым, кәбән ҡойҙоҡ. Училищела алты ай тракторсылар курсында уҡығас, фермала эшләнем. Артабан армияға
алынып, Әстерханда төҙөлөш батальонында ике йыл хеҙмәт иттем, – тип тормош юлы хаҡында бәйән итте Зәйнетдин Моталов.
Ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар колхозда малсы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Әле лә тик ултырмай йәй көндәре ауылдаштарының һорауы буйынса ауыл малдарын көтә. 

Фирүзә Ҡыям ҡыҙы 1957 йылдың сентябрь айында Ырымбур өлкәһе Шубин ҡасабаһында донъяға килгән.
–Ырымбур өлкәһендә тыуһам да, өс йәшемдә әсәйемдең тыуған яғы Йәнтеш ауылына күскәнбеҙ. Ғаиләлә өс бала үҫтек. Әсәйебеҙ беҙҙе яңғыҙы тәрбиәләне. Ауыл мәктәбендә 10-сы класты тамамланым, – тип әңгәмәне дауам
итте Фирүзә Моталова.
Мәҡәләм геройы хеҙмәт юлында мәктәптә, балалар баҡсаһында хужалыҡ мөдире, оҙаҡ йылдар һатыусы ла була, һуңынан шифаханала эшләп хаҡлы ялға сыға. Күп йыллыҡ хеҙмәте Маҡтау грамоталары менән баһалана.

Өлгөлө пар өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Әле улдары Сәғит “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” предприятиеһында эшләй. Өлкән ҡыҙҙары Филүзә Аҡъяр ауылы “Бәпембә” балалар баҡсаһында тәрбиәсе. И ке у л т әрбиәләп үҫтергән. Тормош иптәше Ирек менән матур донъя көтәләр. Бәләкәй ҡыҙҙары Лифүзә ғаиләһе менән Аҡъярҙа йәшәй. Тормош иптәше Самат менән бер ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.

 

Мәҡәлә тулыраҡ гәзиттең 10-сы һанында

Автор: Разиля Байгускарова
Читайте нас