Мәмбәт ауылында тыуып үҫкән Гөлназ Фәнил ҡыҙы урта мәктәпте тамамлағандан һуң совхозда сәркәтип булып хеҙмәт юлын башлай. Бер йылдан һуң Юлдыбай ауылындағы һөнәрселек училищеһына бухгалтерҙар курсына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлап, Йоматау юғары уҡыу йортона барыу теләге менән янып йөрөгәндә яҙмыш ҡушыуы буйынсалыр инде, Иләс ауылының аҙыҡ-түлек магазинына һатыусы булып эшкә төшә. Күңелсәк, ихлас аралашыусан йәш ҡыҙҙың һәләттәрен тойомлап, ауыл мәҙәниәт йортона мәҙәни ойоштороусы итеп тәғәйенләп тә ҡуялар. Мәктәп йылдарында төрлө мәҙәни сараларҙа, әҙәби кисәләрҙә әүҙем ҡатнашҡан Гөлназ Фәнил ҡыҙы дәртләнеп сәнғәт донъяһына сума. Иләс ауылының йыр-моңға әүәҫ, һәләтле йәштәре менән төрлө мәҙәни саралар ойошторалар, спектаклдәр сәхнәләштерәләр, күрше ауылдарҙа концерттар ҡуялар.
Ауыл урамдары буйлап гармундар уйнап, бер итеп йырлап, гөр килгән саҡтар бер ҡасан да онотолмаҫ йәшлектең иң матур йылдары ул. Ошо йәшлектең ҡабатланмаҫ илаһи мәлендә йәш ҡыҙ буласаҡ тормош иптәше Венер Таһир улын осрата. Мостай Кәримдең «Айгөл иле» пьесаһын сәхнәләштереп, береһе Ричард икенсеһе Айгөл ролен уйнағанда ике йәш йөрәк араһында һөйөү хисе ҡабына.
Материалды тулыһынса гәзиттең 9-сы һанында уҡығыҙ.