ЙӘМҒИӘТ
10 Март , 10:24

Башҡортостан халҡын ике ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Республикала, тотош Рәсәйҙәге кеүек үк, аҙнаһына биш көн эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе рәттән ике ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә.

Башҡортостан халҡын ике ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтәБашҡортостан халҡын ике ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә
Башҡортостан халҡын ике ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Быйыл мартта Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө һәм Ураҙа байрамы уңайынан ике дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтә.

Беренсе аҙна – 10 марттан 13-нә тиклем. Быйыл Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө 8 мартта билдәләнде, байрам йәкшәмбегә тура килгәс, ял көнө 9 мартҡа (дүшәмбегә) күсерелде.

Икенсе аҙна – 16 марттан 19-на ҡәҙәр. Быйыл Ураҙа байрамы 20 мартта (йома) билдәләнә. Дүрт көнлөк эш аҙнаһынан һуң өс көнлөк ял башлана: 20, 21 һәм 22 март. Бынан тыш, кесаҙна, 19 март, байрам алды көнө булғанлыҡтан эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-10/zhiteley-bashkirii-ozhidayut-dve-korotkie-rabochie-nedeli-podryad-4607400

Автор: Ксения Калинина
Автор:
Читайте нас